05.10.2012 Өс һөйләм менән
Халыҡ-ара “Өфө” аэропорты 1,5 миллионсы пассажирҙы ҡаршы алырға ниәтләй. Аэропорт етәкселеге билдәләүенсә, быйыл пассажирҙарҙы ташыу күрһәткестәре, үткән йылдағы менән сағыштырғанда, 14 процентҡа артҡан. Бынан тыш, Өфөнән тура самолетта осоп барып етеү өсөн билдәләнгән сит илдәрҙең һаны артҡан.
Республикала мал-тыуарҙы ҡышҡа әҙерләү, ҡураларға ябыу эштәре әүҙем бара. Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл бер шартлы баш малға 20 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Бынан тыш, хужалыҡтарҙа үткән йылдан ҡалған мал аҙығы бар, шулай уҡ әле һаман да һутлы аҙыҡ әҙерләү дауам итә.
Быйыл Өфөлә өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләүселәргә, инвалид бала ҡараусыларға йорт төҙөү өсөн 27 ер участкаһы бирелгән. Тиҙҙән тағы ла 90 ғаиләгә ер биреү планлаштырыла, әле участкаларҙың документтарын йүнләү эштәре бара. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡалала льготалы шарттарҙа ер участкаһы алыу өсөн күп балалы 2535 һәм инвалид бала ҡараусы 1051 ғаилә ғариза яҙған.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында юл өҫтөндә урынлашҡан йәйәүлеләр галереяһы асылды. Галереяла физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ул ҡаланың әүҙем хәрәкәтле участкаларының береһендә асылыуы менән әһәмиәтле.
Башҡортостанда бер һыйырҙан бөгөнгө көнгә 3012 килограмм һөт һауып алынған. Был – үткән йылдағынан юғарыраҡ күрһәткес. Йыл башынан һөт һауыу буйынса Саҡмағош районы алға сыҡҡайны, улар әле лә алдынғылар рәтендә.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.