«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Пассажирһыңмы? Бер исемлеккә эләгәсәкбеҙ…



05.10.2012 Пассажирһыңмы? Бер исемлеккә эләгәсәкбеҙ…

Пассажирһыңмы? Бер исемлеккә эләгәсәкбеҙ…
РФ Транспорт министрлығының яңы бойороғо буйынса тиҙҙән бөтә төр транспортҡа ла билет алғанда паспорт һораясаҡтар
Тиҙҙән бөтә пассажирҙарҙы ла бер базаға туплаясаҡтар. Аһ-аһ, уныһы нисек була инде, тип аптырарһығыҙ. Мәғлүмәттәр базаһы тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр? һәр төр транспортта – һауа, тимер юлы, автомобиль, диңгеҙ транспортында йөрөүселәр шунда “йыйыласаҡ”.
Яңыраҡ Рәсәй транспорт министрлығының берҙәм базаны ойоштороу тәртибен раҫлаусы бойороғо сыҡҡан. Ул пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итер өсөн уйлап сығарылған. Хәүефһеҙлек тигәс тә, бында һүҙ юл һәләкәттәре тураһында бармай, ә терроризмға ҡаршы көрәштең бер ысулы, йәнәһе. Ул базаға ниҙәр яҙыла, тиһегеҙме? Пасса­жирҙың исем-фамилияһы, шәхесен билдәләүсе документтың номеры, ҡайҙан ултырыуы, ҡайҙа барыуы, юлға сыҡҡан көнө.
Ябай тел менән әйткәндә, билет алғанда паспорт мотлаҡ кеҫәлә булырға тейеш. Авиа һәм тимер юлы билеттарын алғанда былай ҙа паспорт күрһәтелә ине, ә автобус менән юлға сыҡҡанда кәрәкмәне. Оҙаҡламай иһә был төр транспортҡа билет һатып алғанда ла паспорт һораясаҡтар. Әлбиттә, был төбәк-ара пассажир­ҙар ташыуға ҡағыла. Айырыуса Төньяҡ Кавказдың ҙур ҡалаларына барыусы маршруттар­ҙың пассажирҙары тикшереләсәк. Рейс ҡуҙғалырҙан алда пассажирҙар тураһында мәғлүмәт базаға “китә”.
Шуныһы бар – берҙәм база бушҡа эшләнә торған эш түгел, федераль ҡаҙнанан бихисап сумма аҡса талап ителә. Аҡса түккән байы һөҙөмтәһе булһа ярай ҙа.
Бойороҡ 2013 йылдың 1 июле­нән ғәмәлгә инә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға