«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Киң тараласаҡ



05.10.2012 Киң тараласаҡ

Республикала социаль туризм программаһы буйынса юлламалар биреү квотаһы быйыл 6505 берәмек тип билдәләнгән һәм әле уның 6166-һы буйынса халыҡ ял иткән йәки сәфәргә сығыр­ға йыйына.
Башҡортостандың туристик индустрияһы союзы рәйесе Кинйә Күскилдин һүҙҙәренсә, ошо программа буйынса путевка алырға сиратта 30 меңләп кеше тора. Улар – пенсионерҙар һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар. Социаль турист булырға теләүселәр исемлеге муниципаль берәмектәге пенсионер һәм инвалидтар һанына ҡарап төҙөлә. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә 4538 путевка бирелә, Рәсәй буйлап – 1113, сит илдәргә − 578. Ә коляскала ултырыусы инвалидтарға, ошо төркөмгә ҡараған балалар һәм уларҙы оҙатып йөрөүселәргә 138-әр юллама ҡаралған.
Республиканың “Йоматау”, ”Танып”, ”ҡарағай” кеүек шифаханалары популяр булһа, Рәсәй эсендә Санкт-Петербургка барырға теләүселәр күп.
Социаль туризм программаһы, бюджет аҡсаһы иҫәбенә ярайһы ғына ҙур субсидиялар тәҡдим иткәнлектән, тиҙ арала танылыу тапты. Киләсәктә лә ул бойомға ашырыласаҡ һәм субсидия күләме артасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға