«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 14 октябрь – Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнө



05.10.2012 14 октябрь – Башҡортостанда берҙәм тауыш биреү көнө

Был көндө муниципаль һайлауҙар үтә. Бөтөнөһө 3097 кандидат күрһәтелгән, уларҙың 2917-һе теркәлгән. Сәйәси партияларҙан – 1799 кандидат, 1298 кеше үҙ-үҙен күрһәткән. Кандидаттар 1115 депутат мандатына дәғүә итә. ҡайһы бер райондарҙа бер урынға өс-дүрт кандидат көрәшә.
Тағы ла һандарға туҡталғанда, иң күп кандидат ”Берҙәм Рәсәй”ҙән – 1113, Коммунистар партияһынан – 348, ”Ғәҙел Рәсәй”ҙән – 222, ЛДПР-ҙан – 91.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдереүенсә, бөгөн сәйәси партияларҙың роле көсәйҙе. Һайлауҙа ла улар әүҙем ҡатнаша – ун партия үҙ кандидатын күрһәтә. Шуларҙан ”Рәсәй патриоттары” менән ”Яблоко” беҙгә әҙме-күпме таныш булһа, ”Аҡыллы Рәсәй”, “Йәшелдәр альянсы – Халыҡ партияһы”, ”Рәсәй пенсионерҙары”, “Йәшелдәр” Рәсәй экология партияһы яңы ойошҡан һәм һайлауҙа тәүгә ҡатнаша.
Теркәлгән кандидаттарҙың 49 проценты төрлө ойошмалар етәкселәре йә уларҙың урынбаҫарҙары, ә дөйөм алғанда, хеҙмәткәрҙәр – 18, эшселәр – 8,4, эшҡыуарҙар – 4,5, пенсионерҙар – 5, ваҡытлыса эшһеҙҙәр – 4,41, махсус уҡыу йортарында уҡыусылар – 0,31, хужабикәләр 0,1 процент тәшкил итә. Һәр унынсы тиерлек кандидатҡа 30 йәш тулмаған, берәүгә 18 йәш. Шуныһы ла бар: депутатлыҡҡа кандидаттар ентекле тикшерелә, мәҫәлән, был һайлауҙар алдынан үткәне шикле булған ике кеше мандатҡа дәғүә итеүселәр исемлегенән төшөрөп ҡалдырылған.
Һайлаусылар йыш ҡына 14 октябрҙә муниципаль һайлау участкаларында веб-камераларҙың булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһына. Әле республикала уларҙы ҡулланыу мәсьәләһе асыҡ ҡала. Камералар – федераль милек һәм “Ростелеком” йәмғиәте балансында, шулай булғас, финанслау ҙа федераль бюджеттан булырға тейеш. Рес­публикала быға 90 миллион һум самаһы аҡса талап ителә. Иң тәү сиратта федераль ҡаҙна губернаторҙар, урындарҙа парламентҡа һайлауҙарға аҡса бүлә, шунлыҡтан, моғайын, район кимәлендәге тауыш биреү мәлен тура трансляциялау булмаҫ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға