«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Туймазыға – 100 йыл



05.10.2012 Туймазыға – 100 йыл

Бөгөн заманса ҡалаға әйләнгән Туймазы ошо көндәрҙә бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Байрам сараларында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Бынан йөҙ йыл элек “Һамар – Златоуст” тимер юлын төҙөүселәр Туймазы станцияһына нигеҙ һалған. Тәүҙә 50 кеше генә йәшәгән ҡасаба йылдар дауамында үҫеп, үҙгәреп, хәҙер Башҡортостандың индустрия, ауыл хужалығы, мәғариф үҫешкән төбәгенә әйләнгән.
Бөйөк Ватан һуғышына 30 мең кеше китеп, яртыһы тиерлек кире ҡайтмаған, һигеҙ яугирға Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Нефттең тәүге тонналарын табыу ҙа Һуғыш йылдары осорона тура килгән. һәр өсөнсө танк һәм самолет башҡорт нефтенән алынған яғыулыҡты ҡулланған. Туймазы ятҡылығын ул саҡтарҙа Башҡортостандың “нефтле йөрәге” тип әйтергә лә булыр ине.
Тантаналы йыйылышта сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов Туймазы районының ауыл хужалығында әһәмиәтле роль уйнауын әйтеп китте.
– Һуңғы тиҫтә йылдарҙа был төбәк теплица хужалыҡтарының үҫеше менән танылыу яуланы. Район республикала барлыҡҡа килгән фермерҙар хәрәкәтенең дә башында тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент. – Бөгөн бында 140-тан ашыу фермер бар.
Туймазыла торлаҡ төҙөлөшө тураһында ла ыңғай һүҙҙәр әйтелде. Урында арзан материалдар менән сифатлы торлаҡ төҙөүгә ирешелә.
Ошо район-ҡаланың йәнә бер өҫтөнлөгө – тап бында “өсөнсө быуын университеты”, йәғни ололар өсөн махсус белем үҙәге барлыҡҡа килгән. Спорт ҡаҙаныштары ла етерлек.
Байрам көндө ҡаланың почетлы граждандарына дәүләт наградалары ла тапшырылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға