«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » “Милли элита” проектына ҡултамғалар йыйыла



05.10.2012 “Милли элита” проектына ҡултамғалар йыйыла

“Берҙәм Рәсәй”ҙең йәш гвардияһы” активистары Өфөлә дәүләт чиновниктарының, депутаттарҙың сит илдә мөлкәт һатып алыуын, аҡсаһын һаҡлауын сикләүгә йүнәлтелгән проектты хуплаусыларҙың ҡултамғаларын йыйыуҙы ойошторҙо. Бер сәғәт эсендә генә ҡала халҡы тарафынан 300 имза ҡуйылды.
“Милли элита” өсөн бындай акциялар республиканың бөтөн төбәктәрендә лә үтәсәк.
Әйткәндәй, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин дәүләт чиновниктарының килемдәре сығанағының законлылығына ла иғтибар итергә кәрәклеген белдерә:
– Шундай хәлдәр ҙә була – түрәнең рәсми хеҙмәт хаҡы 50 мең һум, шул ваҡытта бер нисә миллион һумға торош иткән күсемһеҙ милке бар икән, һайлаусылар ябай эш хаҡы менән бындай фатир алып булмауын яҡшы аңлай ҙа инде. Бөгөн чиновниктар­ҙың килемен генә түгел, ә сығымдарын да ҡаты күҙәтеү аҫтында тоторға кәрәк.
Әммә “Милли элита” проекты менән дә уйлап эш итеү мөһим. Үрҙә телгә алған сикләүҙәрҙе индереп, законға тулыһынса буйһонған чиновниктарҙың хоҡуҡтарын боҙоу кеүек тә килеп сығыуы бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға