«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милли эшмәкәрлекте онотмау – байлыҡҡа



09.10.2010 Милли эшмәкәрлекте онотмау – байлыҡҡа

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы ойошмаларын туплаған, илдәге аграр секторҙың иң шәп продукцияһын, ҡаҙаныштарын күрһәткән «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә Башҡортостан йыл һайын ҡатнашып, лайыҡлы баһа алып ҡайта. Мәскәүҙә ойошторолған халыҡ-ара аграр форум быйыл да матур һәм юғары кимәлдә үтә. Ул 11 октябрҙә тамамланасаҡ. Әлегә илдең баш ҡалаһының иң ҙур залдарының береһе ауыл хужалығы ойошмаларынан гөрләп тора, төрлө продукция күргәҙмәгә килеүселәрҙе әллә ҡайҙан йәлеп итә.
Башҡортостандан да ауыл хужалығы продукцияһы тейәгән 10 йөк машинаһы Мәскәүгә юлланды. Республика хужалыҡтары халыҡ-ара форумда ойошторолған конкурстар­ҙа ҡатнашыу өсөн 477 ғариза бирҙе. Былтыр, мәҫәлән, беҙҙең республиканан «һөтсөлөк фермаһы» тип атал­ған номинацияла көс һынашырға бер кем дә йөрьәт итмәгәйне. Быйыл Башҡортостандан алты ферма хужаһы ил кимәлендә ойошторолған ярышта ҡатнашып, үҙҙәренең ғаилә эшҡыуарлығын күрһәтергә булды.
Әлбиттә, Башҡортостандың ғорурлығы, йөҙөк ҡашы – умартасылыҡ һәм ошо эшмәкәрлектән алынған продукция. Бал продукцияһының ассортименты йылдан-йыл арта. Умартасылыҡ продукцияһын ҡулланып эшләнгән дауалау-профилактика, косметика тауарҙары инде күптән халыҡ араһында популярлыҡ яулаған. Шулай ҙа ҡаҙанған уңыштарҙа ғына туҡталып ҡалырға бер кем дә йыйынмай – быйыл, мәҫәлән, күргәҙмәлә өр-яңы тәмлекәс – чупа-чупс тәҡдим ителде. Әлбиттә, «таяҡлы кәнфит» ябай түгел, ул прополис нигеҙендә әҙерләнгән, шуға ла тын юлдарын асыу, тамаҡты дауалау өсөн алмаштырғыһыҙ. Һүҙ ҙә юҡ – Башҡортостандың иң таралған тауары, брэнды булараҡ, бал продукцияһын әҙерләүселәр үҙҙәренең бурысына етди ҡарай.
Шулай уҡ «Алтын көҙ» күргәҙмәһендә «Башспирт» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәте лә үҙ продукцияһын күрһәтә. Быйыл был ойошма Мәскәүгә консерванттар һәм тәбиғи булмаған буяуҙар ҡушылмаған лимонад кеүек алкоголһеҙ эсемлектәрҙе күберәк әҙерләп алып барҙы. Йыш ҡына Башҡортостан етештереүселәрен тауарын сифатлы әҙерләп тә, матур итеп төрә белмәүҙә ғәйепләйҙәр, тәнҡит тә ишетелә ине. Ә бына әлеге лимонадҡа был ҡағылмай – татлы һыу тултырылған шешәләр әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп тора.
«Алтын көҙ – 2010» ауыл хужалығы сәнәғәте форумында «Аграр туризмды үҫтереү» тип аталған мөһим конференция ойошторолдо.
Туризмды үҫтереү өсөн республиканың үҙенсәлеген күрһәтә белергә кәрәк. Республика иҡтисадының брэнды тип әйтергә мөмкин булған тармаҡтар итеп умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙ бешеү, минераль һыуҙарҙы һатыуҙы атап булыр ине. Аҫаба халыҡтың шөғөлөн, милли йолаларын, потенциалын ҡуллана белеү, туризмды үҫтереү менән бер рәттән, урындағы халыҡты ла байытасаҡ. Шуға ла аграр, экологик туризмды үҫтереү – заман талабы. Ә бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа, ҡеүәт тә бар.
Күргәҙмә әле дауам итә. Был сара ауыл хужалығы ойошмалары өсөн һығымталар яһау, киләсәккә пландар ҡороу, йүнәлеште билдәләү өсөн мөһим. Һәм, әлбиттә, ул тотош ил өсөн байрам.

* * *
Әле «Алтын көҙ» күргәҙмәһе эшен дауам итә. Ә Башҡортостан агра­рийҙарының ҡумтаһы алтын, көмөш, бронза миҙалдарға тулып ҡыуандыра, ауыл хужалығы өсөн үтә лә ауыр килгән йылда ла уларҙың бирешмәгәнен күрһәтеп, ғорурландыра ла!
Быйыл алынған миҙалдар һаны әле үк 445-кә еткән. Етмәһә, уларҙың 346-һы, тимәк, күпселеге – алтын! Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһына «Алтын көҙ» форумының гран-прийы тапшырылды. «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, һәр ваҡыттағыса, алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәй – 172 миҙалды янсығына һалып ҡуйҙы ла инде. Конкурстар әле һаман дауам итә. Республика аграрийҙары беҙҙе артабан да ҡыуандырыр, тип өмөтләнәйек.

Лилиә СИРАЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға