«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Бәлә аяҡ аҫтында…



02.10.2012 Бәлә аяҡ аҫтында…

Ханты-Манси – Төмән автоюлының 885-се километрында урынлашҡан нефть шламын эшкәртеү заводында янғын сыҡҡан.
“Инвест-ойл” компанияһына ҡараған был предприятиела беҙҙең яҡташтар ҙа эшләгән. Үкенескә күрә, ҡорбандар бар. Һәләк булыусыларҙан икәү – Йылайыр районының Вос­кресенское ауылынан Венер Ейәнғолов һәм Мәләүез ҡалаһынан Хәниф Ишмөхәмәтов Башҡортостандан. Йәнә лә йәрәхәттәр алып яҡташтарыбыҙ Валерий Петраев менән Баймаҡ районының Темәс ауылы егете Эльдар Теүәлев дауаханаға эләккән. Янғында зыян күреүселәрҙе Мәскәүгә алып барыр өсөн махсус самолет бүленгән.
ҡайҙа ғына, ниндәй генә авария булмаһын, һәр ерҙә Башҡортостандыҡылар була. Күбеһенсә, аҡса эшләйем, ғаиләмде ҡарайым тигән ниәттән ситкә киткән “вахтовиктар”. Әлбиттә, үҙебеҙҙә лә бер кем дә бәләләрҙән азат түгел. Шулай ҙа яҡындарының алыҫтарҙа һәләк булыуы уларҙың ғаиләләренә икеләтә ҡайғы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға