02.10.2012 Донъя яңылыҡтары
Рәсәйҙә әрмегә көҙгө саҡырыу башланды
1 октябрҙән 31 декабргә тиклем көҙгө саҡырылыш ваҡытында Рәсәйҙә 140 меңдән ашыу граждан хәрби хеҙмәткә алына.
Генераль штаб начальнигы урынбаҫары Василий Смирнов әйтеүенсә, улар саҡырылыш пункттарында уҡ ҡышҡы форма һәм тейешле норма буйынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк. Йәғни яңы хеҙмәткә саҡырылыусыларға ай һайын ике мең һум күләмендә аҡса алыу мөмкинлеге биргән карталар тапшырыласаҡ. Бынан тыш, хәрби частарға 46 мең хәрби белгесте йүнәлтеү планлаштырыла. Уларҙың яҡынса 45 меңе ДОСААФ учреждениеларында әҙерләнгән. Яҙғы саҡырылыш барышында 155 мең 570 кеше хәрби хеҙмәткә алынған, шуларҙың 35,6 меңе − юғары белемле граждандар. Альтернатив граждан хеҙмәтен иһә 280 мең кеше һайлаған.
Туй тигәс тә…
Мәскәүҙә сираттағы туйҙарҙың береһе 15 кешенең полиция ҡулына эләгеүе менән тамамлана.
Көпә-көндөҙ Мәскәүҙең Тверь урамында атыу тауыштары яңғырай. Баҡтиһәң, Кавказ халҡынан торған туй кортежы байрам табынына ашыға икән һәм улар шул рәүешле мәскәүҙәрҙе тантана тураһында иҫкәртмәксе булған. Ваҡиғаның шаһиттары полицияға хәбәр итә. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә кортежды туҡтатыу өсөн полициянан өҫтәмә наряд саҡыртырға тура килә. Йәштәрҙең байрамын боҙмаҫ өсөн полицейскийҙар машиналарҙы урында уҡ тикшерергә ҡарар итә. Шулай ҙа тикшереү һөҙөмтәләре буйынса байрамда ҡатнашыусы бер нисә кешене полиция бүлегенә алып китергә тура килә. Уларҙың береһе травматик мылтыҡтан һауаға атыуын таный. Автомобиль водителдәренә сигнал биргәндәре һәм тыйылған тонировка өсөн штраф яҙалар, ә травматик ҡоралдың хужаһын ҡорал тотоу һәм һаҡлау хоҡуғынан мәхрүм итерҙәр, моғайын.
Ашағаның ағыу булмаһын
Иркутскиҙа 50 бала ағыуланған.
22-се мәктәптә уҡыусылар араһында киҫкен эсәк инфекцияһы ауырыуы теркәлгән. Әлеге ваҡытта 22 кеше дауаханаға оҙатылған, 28-е амбулатор дауаланыу үтә. Инфекция 27 сентябрҙә мәктәп ашханаһында әҙерләнгән рагу аша тарала. Табиптар унда сальмонеллез таба. Тикшереү барышында мәктәп ашханаһында шәхси гигиена талаптарының үтәлмәүе лә асыҡланған.
Мотоуҙышсылар кемгә ҡамасаулаған?
Американың Флорида штатында Орландо ҡалаһы эргәһендә билдәһеҙ кешеләр байкерҙарҙы атҡан.
Урындағы полиция вәкиле әйтеүенсә, мәрхәмәтлек уҙышыуына сығыр алдынан мотоклуб ағзалары Ветерандар йортона йыйыла. Шул ваҡытта ҡораллы кешеләр баҫып инеп, уларға ут аса. Һөҙөмтәлә ике кеше һәләк була, берәүһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.
Әлеге ваҡытта был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре алып барыла. Һөҙөмтәлә бер нисә кеше ҡулға алынған, уларҙа бик күп ҡорал булыуы асыҡланған.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.