«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Беҙҙекеләр булдыра



02.10.2012 Беҙҙекеләр булдыра

Санкт-Петербургта «Рәсәйҙең иң яҡшы инновацион төбәге» конкурсы финалы тамамланды. Ул V Халыҡ-ара инновация форумы сигендә ойошторолғайны.
Интерактив ток-шоу форматында командалар үҙ төбәгенең инновацион мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Эш һөҙөмтәләре буйынса бер нисә тиҫтә проект араһынан ярымфиналға – 13, финалға биш команда үтте. Улар иҫәбендә беҙҙең республика командаһының «Баш­ҡортостан Республикаһы­ның Күп функциялы ғилми инновациялар үҙәге» проекты ла бар ине. Проект дөйөм һөҙөмтә буйынса өсөнсө урынға лайыҡ булды, ә бына ижади этапта республика командаһы иң яҡшыһы тип танылды.
Башҡортостандың Террито­риаль инновациялар үҙәге директоры Артур Богданов һүҙҙәренсә, проекттың ижади өлөшө – ул киләсәккә күҙ һалыу. Төп идея – донъя яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Алға табан барыр өсөн төп нигеҙҙе капитал түгел, ә интеллектуаль милек тәшкил итергә, ә инновацион идеялар яңы иҡтисадтың төп ҡиммәттәре булырға тейеш.
Конкурс йомғаҡтары буйынса БР Күп функциялы ғилми инновациялар үҙәге проекты Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының төбәктәрҙе үҫтереү буйынса федераль программаһына индереү өсөн тәҡдим ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға