«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Инвестиция буйынса вәкил буласаҡ



02.10.2012 Инвестиция буйынса вәкил буласаҡ

Башҡортостандың һәр муниципалитетында инвестициялар буйынса вәкил вазифаһы булдырыласаҡ. Был хаҡта БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов рәйеслегендә үткән «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәре советы» ассоциацияһы идараһы ултырышында БР-ҙың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин хәбәр итте.
Инвесторҙар менән эшләүҙең яңы технологияларын индереү, инвестиция мөхите булдырыу мәсьәләләре өлгөрөп етте. Евгений Маврин һүҙҙәренсә, бөгөн Башҡортостанда инвестор­ҙар менән эшләү технологиялары хаҡтары 100 миллион һумдан алып тәшкил иткән инвестиция проекттарына ҡарата ҡулланыла.
– Минеңсә, инвестициялар буйынса вәкил вазифаһын хакимиәт башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары башҡарырға мөмкин. Территорияла инвестиция әүҙемлеге мәсьәләһенә тап ул контроллек итергә тейеш, – тип билдәләне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов һәм совет идараһы рәйесе Сергей Молчановҡа йыл аҙағынаса иҡтисад буйынса урынбаҫарҙарҙы ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмәгә йыйып алырға тәҡдим итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға