«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халҡыбыҙ тарихын һаҡлап



25.09.2012 Халҡыбыҙ тарихын һаҡлап

Халҡыбыҙ тарихын һаҡлап
Баймаҡ райо­нын­да Рәсәй тарихы йылына арнал­ған матур, күркәм саралар күп үтә. Шуларҙың иң үҙенсәлеклеһе − “Хә­тер­ләйбеҙ, баш эйә­беҙ” тип атал­ған эстафета. Уны район китапхана­һы “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтары менән берлектә ойошторҙо.
Ауылының тарихына битараф булмаған инәй-олатай­ҙар заманында ишеткән, яҙып алған мәғлүмәтте махсус альбомға теркәй, артабан уларҙы эстафета ваҡытында икенсе ауылға тапшыра. Сараның төп маҡсаты – 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙҙың исемдәрен билдәләү, бөгөнгө быуынға ҡайтарыу. Шуныһы әһәмиәтле, эстафета ваҡытында яңы яугирҙарҙың исемдәре асыҡланды. Ә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан баймаҡтар бихисап булған. Шуға күрә ауылдан-ауылға эстафета тапшыр­ған олатай-инәйҙәрҙең тағы бик күп мәғлүмәт туплаясағына шик юҡ.
Ошо көндәрҙә Темәс ауылының “Атайсал” һәм ағинәй­ҙәр клубтары Ниғәмәт ауылына килде. Уларҙы ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнгән балалар йыр-моң менән ҡаршы алды. Күркәм сарала билдәле шағир, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Рәмил Йәнбәков һәм яҡташыбыҙ, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Үтәбаевтың ҡатнашыуы һәр кем өсөн шатлыҡлы ваҡиға булды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары И. Йәндәү­ләтов, эстафета ҡабул итеүселәрҙе һәм тап­шырыусылар­ҙы тәбрикләп: “Бөгөн Ниғәмәт ауылында оло байрам. Рәсәй тарихы йылына арналған эстафета был ауылға ла килеп етте. Шуныһы әһәмиәтле, ул үҙ эсенә бер нисә сараны алды. Билдәле булыуынса, “Хәтерләйбеҙ, баш эйәбеҙ” тип аталған эстафета февралдә башланғайны. Сараны декабрҙә урғаҙалар баймаҡтарға алып килеп тапшырып тамамлаясаҡ. Бөгөн темәстәр эстафета альбомын ниғәмәттәргә алып килде. Шуныһы әһәмиәтле, артабан ул Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай ауылдарының мәғлүмәте менән тулыланасаҡ. Районыбыҙҙың һәр ауылында бик әүҙем эшләгән “Атайсал”, ағинәйҙәр клубтарына ҙур рәхмәт белдергем килә. Аҡһаҡалдар, өлкән йәштәге инәйҙәребеҙҙең оло тәрбиә эше артабан да дауам итһә, быуындар­ҙың күсәгилешлеге лә буласаҡ”, − тине.
Район китапханаһы директоры Л. Дәү­ләтшина “Атайсал”, ағинәйҙәр клубтарында әүҙем эшләүселәрҙе билдәләне. Ул: “Ошо эстафета күптәр өсөн ниндәйҙер көтөлмәгән асыш алып килә. Районыбыҙҙың ҙурлығы ла һиҙелә − Әбделкәрим, Темәс һ.б. ауылдарҙа бер мәртәбә лә булмағандар осрай. Улар үҙ районы менән танышыуҙан ҙур шатлыҡ алып таралыша. Шулай уҡ тарихи яҡтан да эстафета бик әһәмиәтле. Ике йөҙ йыл элек булған ваҡиғалар, унда ҡатнаш­ҡан батыр башҡорттарҙың тормошо һәр кемде ҡыҙыҡһындыра. Ошондай эшкә йәштәрҙең, мәктәп уҡыусыларының да йәлеп ителеүе ҡыуаныслы”, − тине.
Артабан Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Ғиләж ҡыҙы Вахитова сарала ҡатнашыусыларҙы ауыл тарихы, уның данлыҡлы кешеләре менән таныштырҙы, урындағы “Атайсал” клубы эшен тик ыңғай яҡтан баһаланы. “Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда тырыш, эшһөйәр кешеләр йәшәй. Бал ҡорто тотоусылар бар. 27 һуғыш ветераны һәм тол ҡалған ҡатындар сертификат буйынса торлаҡ алыуға өлгәште. Бер һүҙ менән әйткәндә, ауыл гөрләй, йәшәй”, − тине ул.
Ниғәмәттәр ҡунаҡтарына ҡурай моңо, боронғо башҡорт йыр-көйҙәрен бүләк итте. Темәстәр ҙә эстафетаны тапшырырға ныҡлап әҙерләнгәйне. “Атайсал” клубы рәйесе Сәлимйән Ғәлләм улы Вәлиев Темәс ауылының тарихы, уның 1812 йылғы һуғышта ҡатнашҡан данлыҡлы улдары тураһында һөйләп үтте. Ниғәмәт ауылындағы ойошманы етәкләгән Рәмил Сәфәрғәле улы Хәсәновтың бай мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы, тарихи яҡтан әһәмиәтле сығышын һәр кем йотлоғоп тыңланы. Боронғо башҡорт йырҙары, Рәил Хәсәновтың көслө тауышы, ҡурай моңо менән һуғарылған сара һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Артабан темәстәр өсөн Ниғәмәт ауылы буйынса экскурсия ойошторолдо.
Алда − яңы эстафета. Хәҙер инде ниғәмәттәр бай йөкмәткеле сара менән Төркмән ауылына барасаҡ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға