09.10.2010 Үткәндәр мәңгелеккә тарих биттәрендә ҡала, шәхестәрҙең ижады халыҡ хәтерендә һаҡлана
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу залында башҡорт халҡының бөйөк улдарын һынландырған картинанаға арналған тантана уҙҙы.
Тантананы асып, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Рәил Әсәҙуллин һүрәттең уҡыу залын биҙәп тороуын билдәләне һәм, ошо уҡыу йортонда уҡып сығып, әлеге көндә нәфис-графика факультетында эшләп йөрөүсе оҫталар ҡулы менән яҙылыуы ҡәҙерле, тине. Һүҙ аҙағында уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ижади уңыштар теләне. Артабан уҡыу йортоноң, башҡорт филологияһы факультеты студенттары, һүрәттең сюжеты менән бәйләп, театрлаштырылған тамаша ҡуйҙы.
Тәлғәт Мәсәлимов менән Илдар Бикбулатов ижад иткән был әһәмиәтле эштә һәр ҡайһыһы тарихыбыҙҙа, рухи тормошобоҙҙа яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәр – М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдин, З. Вәлиди, Ш. Бабич, М. Ғафуриҙың һындары сағылыш тапҡан. Унда арҙаҡлы шәхестәрҙең сәхрәлә ҡымыҙ эсеп, халыҡ, ил яҙмышы, донъяуи мәсьәләләр тураһында һөйләшеп ултырыуы һүрәтләнгән.
– Шәхестәр халыҡ хәтерендә генә түгел, заман ижадсыларының эштәрендә лә киләһе быуындарға барып етергә тейеш. Шәхестәрен ҡәҙерләгән халыҡ үҙе лә ҡәҙерле, – тине рәссам Тәлғәт Хәсән улы. – Һәм ижад емешебеҙ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының уҡыу залына ҡуйылыуына беҙ бик тә шатбыҙ.
Картина уҡыу залына университет ректораты һәм бағыусы – Сипайлово биҫтәһе мәсетенең имам-хатибы Хәмзә хажи ярҙамы менән урынлаштырылған. Имам Хәмзә хажи әйтеүенсә, кешеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. М. Аҡмулла исемендәге педагогия университетының иң тырыш һәм алдынғы студентына Хәмзә хажиҙың аҡсалата стипендияһы ла бирелеп килә.
Эйе, ысынлап та, М. Аҡмулла исемен йөрөткән уҡыу йорто бөйөк мәғрифәтсенең ижадына һәм тормошона ҡарата иғтибарлы: университет алдында уға һәйкәл ҡуйылды, яңыраҡ мәғрифәтсе исемен йөрөткән аудитория булдырылды.
Алиса ИМАНҒОЛОВА.
АВТОР фотоһы.