25.09.2012 Беҙ – иң шәп унау исемлегендә
Башҡортостан Рәсәйҙең дәғүәселеккә һәләтле иң яҡшы ун төбәге исемлегендә етенсе урында тора.
Был мәғлүмәт Евразия конкуренцияға һәләтлелек институтының Һаҡлыҡ банкы һәм “Strategy Partners Group” менән берлектә төҙөгән рейтингында (доклад “Рәсәйҙең дәғүәселеккә һәләте – 2012: төбәктәр етештереүҙе үҫтереү юлында“ тип атала) бирелгән.
Алдынғы өсәү – Новосибирск һәм Свердловск өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы. Артабан Краснодар крайы, Силәбе менән Һамар өлкәләре килә. Башҡортостандан һуң иһә Воронеж өлкәһе, Татарстан һәм Белгород өлкәһе.
Башҡортостан РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының иҡтисадтың реаль секторы, инвестиция климаты, социаль һәм бюджет тармаҡтары үҫеше динамикаһы күрһәткестәре буйынса рейтингыларында дүртенсе ай рәттән яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. ҡайһы бер һандарҙа республика уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары тора. Йыл башынан сәнәғәт етештереүе алты процентҡа артҡан, Рәсәйҙә был күрһәткес – өс процент.
Шулай уҡ инвестиция үҫеше күҙәтелә. Былтыр был юҫыҡта 185 миллиард һум аҡса йәлеп ителһә, быйыл иһә йыллыҡ һөҙөмтә 25 процентҡа үҫеп, 230 миллиард һум булыуы көтөлә.