25.09.2012 Республикабыҙ – иғтибар үҙәгендә
Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙа үткән XI Халыҡ-ара инвестиция форумында республика стенды менән танышты. Форум эшендә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән тиерлек, шулай уҡ сит илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты.
Башҡортостан делегацияһын республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров етәкләне. Ул Дмитрий Медведевты «РусГидро» йәмғиәте менән берлектә тормошҡа ашырыласаҡ проекттар менән таныштырҙы. Был проекттар гидроэнергетика ҡорамалдары етештереү буйынса «РусГидро-Альстом» заводын һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркын төҙөү, Башҡортостандың нефть һәм газ химияһы, машиналар эшләү консорциумдары хаҡында.
Башҡортостан стендында республикала 2013 йылда үтәсәк мөһим форумдар тәҡдим ителгән. VI ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындары, «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы, «Һөт иле» бөтә Рәсәй фестивале, 2015 йылда үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәренең саммиттары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.