«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә?!



28.09.2012 Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә?!

Республика йортонда Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы кадрҙар комиссияһының сираттағы ултырышы үтте.
Бөгөн Башҡортостан Рәсәйҙең иң әҙ һанлы чиновниктар аппараты булған субъекттары иҫәбендә: республикала һәр 10 мең кешегә 54 дәүләт хеҙмәткәре тура килә. Был күрһәткес буйынса илдең 83 төбәге араһынан 78-се урындабыҙ.
Һуңғы өс йыл эсендә министрлыҡ һәм ведомстволарҙы оптималләштереү һөҙөмтәһендә беҙҙә дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һаны сама менән 13 процентҡа кәмеп, әле алты мең кеше тәшкил итә.
Республика башлығы дәүләт хеҙмәткәрҙәренең белем кимәленә иғтибарын йүнәлтте. Компетентлығы бик түбән кимәлдәге ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр менән көн һайын тиерлек осрашырға тура килә, тине ул. Башҡортостан Президенты фекеренсә, кадрҙар менән системалы эшләр өсөн беҙҙә Дәүләт кадрҙар сәйәсәте концепцияһы булырға тейеш.
Ултырышта ҡатнашыусылар дәүләт һәм урындағы үҙидара органдары системаһында Кадрҙар сәйәсәте концепцияһы проекттарын, шулай уҡ кадр­ҙар комиссияһының эш төркөмдәре тарафынан әҙерләнгән Республика кадрҙарҙы һынау үҙәге тураһындағы положениены тикшерҙе. Ике документ та раҫланып, уларҙы тормошҡа ашырыу механизмдары ҡаралды.
Әйткәндәй, һынауҙарҙы эксперттар төркөмдәре заманса техник саралар ярҙамында үткәрәсәк. Үҙәкте фәнни-методик яҡтан тәьмин итеү менән БР Президенты ҡарамағындағы Баш­ҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы шөғөлләнәсәк.
– Республикала чиновниктарҙың тормошо ауырая, сөнки уларға ҡарата талаптарҙы көсәйтәсәкбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға