«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эконом класлы торлаҡ төҙөү – көнүҙәк



28.09.2012 Эконом класлы торлаҡ төҙөү – көнүҙәк

Бөгөн республикала күҙәтелгән торлаҡ, айырыуса эконом класлы торлаҡ дефициты кешеләрҙең шикле һатыусыларҙан торлаҡ һатып алыуына сәбәп булып тора, тип иҫәпләй БР Президенты.
Әлбиттә, торлаҡ булһа, кешеләр мутлашыусыларға бармаҫ, фатирҙарҙы ғәҙәти компанияларҙан һатып алыр ине.
– Оҙаҡҡа һуҙмайынса эконом класындағы торлаҡ төҙөлөшөн башларға кәрәк, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Торлаҡ төҙөү мәсьәләһе өсөн ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе, был мәсьәләне контролдә тотҡан вице-премьер яуап бирәсәк. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әгәр был эште урынынан ҡуҙғатмаһағыҙ, уны икенсе кешеләр башлаясаҡ.
Башҡортостанда 2500-ҙән ашыу кеше намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән. “Алданған өлөшсөләр” тигән төшөнсә һуңғы ваҡытта айырыуса йылдам таралып киткәйне шул. Республикала 25 йорт шундай проблемалы һаналған, уларҙың 19-ы Өфөлә урынлашҡан. Бөгөн был исемлектә 10 йорт иҫәпләнә, алтауһы – быйыл, ҡалғандары киләһе йылдың тәүге ярты йыллығында сафҡа индереләсәк.
Ошо турала һүҙ барҙы Президент үткәргән алданған өлөшсөләр проблемаһына арналған кәңәшмәлә. Алданыусылар төркөмө ҡабаттан барлыҡҡа килмәһен өсөн, Рөстәм Хәмитов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы төҙөлөш майҙансыҡтарына сығырға саҡырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға