«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡорт иленә ислам ҡасан ингән?



21.09.2012 Башҡорт иленә ислам ҡасан ингән?

Башҡорт иленә ислам ҡасан ингән?
Ғ. Аматуллаһтың мәҡәләһе “Йәшлек”тең дини ҡарашлы уҡыу­сыларын ғына ҡыҙыҡһындырып ҡалманы. Автор ҡаҙандың дин тарихсыһы Шәрәфетдин ибн Хисаметдин ХVI (?) мәғлүмәттәренә һәм ике сит ил әүлиә шәйехенә һылтанған. Тәүге илсе ролендә киң билдәле Ибн Фаҙлан түгел, ә Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бәйғәмбәрҙең өс сәхәбәһе күрһәтелгән. Әйтергә кәрәк, Аматуллаһ актуаль ғилми проблеманы күтәргән. Сөнки йыйылған факттар рәсми версияны етди шик аҫтына ҡуя. Уҡыусыларҙың иҫенә төшөрәйек: ХХ быуат уртаһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы Левашовкала урта быуатҡа ҡараған, мосолманса ерләнгән ҡәберлектәр һәм VIII − IХ быуат ғәрәп тәңкәләре табыла. Шишмә районындағы Аҡзыяратта боронғо куфик яҙмалы (куфические надписи) ҡәбер таштары табылған, был уларҙың VII − IX быуаттарҙа барлыҡҡа килеүенә дәлил. Ибн Фаҙлан да үҙенең яҙмаһында делегацияһында булған башҡорт мосолманы хаҡында телгә ала. Киләсәктә тағы ла шундай меңләгән дәлил табылмаҫ тимә. Сөнки хәҙерге ваҡытта ҡаҙан һәм Өфө архивтарында каталогтарға индерелмәгән, бөтөнләй өйрәнелмәгән меңләгән мосолман ҡулъяҙмаһы ята. Уларҙа ауылдар, төбәктәр тарихы сағыл­ған, дини ҡараштан сығып яҙылған төрлө мәғлүмәттәр, әүлиәләр тормошо һүрәтләнә. Архео­логия фәне лә әле үҙенең һуңғы һүҙен әйтмәгән. Был мәҡәлә − бығаса билдәле сығанаҡтар нигеҙендә тарихыбыҙҙың мөһим мәлдәрен яҡтыртыр­ға тырышыу ул.
Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең өс сәхәбәһенең илселеге хаҡында төп һәм берҙән-бер информатор булып Шәрәфетдин ибн Хисаметдиндың (ҡайһы бер баҫмаларҙа Хисаметдин ибн Шәрәфетдин тип алына) “Болғария тәүарихы” һәм Тажетдин ибн Ялсығолдың (1768 − 1838) “Тарих­намә һәм Болғар” китаптары тора. Шуны әйтергә кәрәк, барлыҡ тарихсылар ҙа, шул уҡ мосолман тарихсылары ла был хеҙмәттәрҙең ғилми ҡиммәтен тейешле кимәлдә баһалап еткермәгәйне. ҡайһы берәүҙәр: “был китап аҫтында ХIХ быуат башына ҡараған аноним йәшенгән», – тип беренсе китаптың ысынбарлыҡта барлығына хатта шиктәрен дә белдергәйнеләр. Икенсе китап авторына килгәндә, ул киң билдәле дин эшмәкәре, оло ғалим булған һәм күп хеҙмәт яҙған.
Сәхәбәләр тураһындағы хикәйәләргә ышанмаусанлыҡ тыуҙырыусы сәбәптәрҙең береһе − етди анахронизм: илселәр Айҙар хан хакимлыҡ иткән заманда Болғарҙа булған, имеш, тигән. Ә Волга болғарҙары Х быуат башында ғына, Болғар ырыу­ҙары көнсығыш Европа далаларынан Урта Волга буйына күскән ваҡытта барлыҡҡа килгәнлеге яҡшы билдәле. Бәлки, был авторҙар “Болғария” термины аҫтында беҙ уйлағанса түгел, икенсе нәмәне күҙ уңында тотҡандыр? Тажет­диндың Әҙәм ғәләйһис-сәләмдән алып башлаған шәжәрәһенә күҙ һалайыҡ. Унан күренеүенсә, уның боронғо олатаһы Кинйәнең Татар, Мишәр, Иштәк һәм Ноғай тигән улдары булған. Тажетдин Иштәкте үҙенең нәҫел башы тип иҫәпләгән. Иштәктең Тамъян, Үҫәргән, Күбәләк, Бекәтун, Һарт, Тырнаҡлы, Түбәләҫ, Дыуан исемле улдары булыуы билдәле. Былар барыһы ла буласаҡ башҡорт ырыуҙарының эпонимдары булып тора. Мейәс йылғаһы буйында йәшәгән Бекәтундың Әйле, Йурмый, Байлар, Байҡы, Ирәкте тигән улдары булған. Улар ҙа башҡорт ырыуҙарының эпонимдары. Әйлеләрҙең боронғо нәҫел-заты булған Туҡый-хан Болғар илендә урынлашҡан. Унан Айҙар-хан тыуған. Артабан Тажетдин: “Бәйғәмбәр саллалаһу-ғәләйһис-сәләмдең 9 – сы һижри йылында (630 й. – С. Т.) Айҙар-хан тәхеткә менә. Бәйғәмбәр, сәхәбәләренән өс кешене һайлап, исламға саҡырырға ҡушып, Болғарға юллай”, – тип яҙа.
Беренсеһе – Зәбир улы Ғабдрахман, икенсеһе – Рабиғ улы Һантыл, өсөнсөһө – Джағда улы Зәбир. Шунан бәйғәмбәр был өс сәхәбәгә: “Мин һеҙгә өс әйбер бирәм. Һеҙҙән кәрәмәт күрһәтеүҙе һораһалар, ошо өс әйберҙе ҡулланығыҙ”, − тип әйткән. ҡара һауытын ул − Зәбиргә, таяҡты − Һантылға, ә сәлләне Ғабдрахманға биргән.
Айҙар-хандың ҡыҙын сәхәбәләр һауыҡтырғандан һуң, ул уларға шәриғәтте уҡытырға рөхсәт итә. Һантыл хандың ҡыҙы Туйбикәгә өйләнә, унан башҡорттарҙың ырыу башлығы Сәйед-хан тыуған. Әйле башҡорто Тажетдин үҙен Сәйед-хан нәҫеленән тип иҫәпләгән һәм “Болғар иштәге” тип атаған.
Урал – Волга буйы тарихын, динен өйрәнеүсе һәм Көнсығыш белгесе Михаэль Кемпер: Беҙ ХIХ быуат текстарында һәр ваҡыт осратҡан “Волга болғарҙары” тигән үҙбилдәләнештең мәғәнәһе шулай – Волга һәм Көньяҡ Урал төбәгендә йәшәгән һәм борондан ислам динен тотҡан кешеләр хаҡында әйтелгән. Бөгөн Татарстанда “необулгаризм” яҡлы ҡайһы берәүҙәр аңлауынса, был “болғар­ҙы” тигән оҡшашлыҡ этник категория түгел. Волга буйында һәм Урал буйында шулай уҡ “үҙ” генеологияларын булдырғандар. Шулай татар мырҙалары үҙҙәренең шәжәрәләрен ҡаҙан ханлығы заманындағы аҫыл нәҫелдәргә ҡайтарып ҡалдыр­ған, ә Урал алды генеологияһында башҡорт ырыуҙары уртаҡ төрки бабаға барып еткән. Бындай “татар”ҙарҙың йәки “башҡорт”­тарҙың этник үҙаңын, үҙҙәрен болғарҙар тип иҫәпләүен суфый һәм ғалим Тажетдин бин Ялсығол миҫалында күрәбеҙ. Дини хеҙмәттәрендә ул үҙен “болғар” мәҙәни мираҫы менән бәйләй һәм үҙен Тажетдин әл-Болғари тип атай. Тик бынан тыш, ул үҙенең башҡорт шәжәрәһен ентекле төҙөп ҡалдыр­ған. Һәм бында бер ниндәй ҙә ҡапма-ҡаршылыҡ юҡ.
Хисаметдин ибн Шәрәфетдин шулай уҡ “Болғар иле” тигәндә Волга буйы Болғарын ғына түгел, ә дөйөм Волга − Урал буйы төбәген күҙ уңында тота. Ул сәхәбәләр хаҡында шундай уҡ легенданы телгә ала, әммә Һантыл ибн Рабиғ урынына Талха ибн Усман тора. Бынан тыш, ул беренсе башҡорт мосолмандарының исемдәрен әйтә: Әйле ырыуынан Айытҡол, Зәйет улы ҡотлобай, Дәүләтбай һәм Ағиҙел менән ҡариҙел ҡушылған ерҙә йәшәгән Байджура-хандың ҡул аҫтындағылар Джанҡол һәм Аманҡол.
Волга буйында оҙаҡ ваҡыт йәшәгән ғәрәп сәйәхәтсеһе һәм географы Әбү Хәмид Ғарнати (1080 − 1169) шуға оҡшаш тарихты тапшыра. Унда сәхәбәләр урынына медицинаны яҡшы белгән фәҡиһ, Бохаранан килгән мосолман сауҙагәре хаҡында һөйләнелә. Был тарих Хисаметдин менән Тажетдин һөйләгәндәрҙе кире ҡағыуҙан да бигерәк, хуплау булып тора.
Кемдер был боронғо легенда персонаждарын идентификациялап маташҡан. Уныңса, Абдрахман бин Зөбәйер – Ибн Сәйедтең (845 йылда үлгән) тәүге мосолмандар биографияһы йыйынтығында телгә алына һәм Абдул-Ашиас ҡушаматлы була (ялбыр сәсле кеше) һәм һижри йыл буйынса 46-сы йәки 47-се йылда үлә. Һантал бин Рабиғ – Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең писары булған, кәтиб (яҙыусы) ҡушаматлы була. Зөбәйер бин Джағд – ул Зөбәйер бин Әүүәм – бәйғәмбәр­ҙең хәрби көрәштәше. Шулаймы-юҡмы, әммә әл-Әүүәм 656 йылда Басра эргәһендә “Дөйә һуғышы”нда һәләк булған.
Скептик ҡарашлы уҡыусыла: “Ни өсөн Мөхәммәт үҙенең сәхәбәләрен фәҡәт беҙҙең алыҫ илгә ебәргән?” – тигән һорау тыуыуы ихтимал. ҡөрьәндә: “Эй, рәсүл! Раббыңдан индерелгәнде еткер. Әгәр һин быны эшләмәһәң, Уның рисәләтен тапшырған булмаҫһың” (ҡөрьән, 5: 67). Ысынбарлыҡта билдәле булыуынса, Мөхәммәт Ғәрәбстандан тыш, сит илдәрҙә лә исламды әүҙем таратырға тырыш­ҡан. Ул делегацияларын хатта иң ҡөҙрәтле монархтарға ла юллаған: христиан донъяһының башы, Византия императоры Ираклиға ла һәм фарсы шахы Хөсрәү II Пәрүәзгә лә. Үлер алдынан рәсүл әйткән: “Аллаһҡа дан, мин Уның бойорғанын үтәнем”, − тигән.

Салауат ТАЙМАСОВ,
тарих фәндәре кандидаты,
З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы доценты.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға