«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йылдарҙа – беҙҙең тарих



09.10.2010 Йылдарҙа – беҙҙең тарих

2000 йыл

Башҡортостанда – Йәштәр йылы
Йылдарҙа – беҙҙең тарих
Апрель – «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» йәмғиәтенең Сибай карьерында мәғдәндең 100 миллионынсы тоннаһы табыла.
1 июндә Башҡортостанға Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илселәре һәм дипломатик корпустары хеҙмәткәрҙәре килә. Улар араһында Молдова, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Әрмәнстан, ҡаҙағстан илселәре була. ҡунаҡтар «Башҡортостандың БДБ илдәре менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге проблемалары һәм перспективалары» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша.
3 июндә «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы» төҙөлә. Ошо уҡ йылдың декабрендә уның тәүге съезы үтә. Унда 33 милләт вәкиленән 510 делегат ҡатнаша. Бөгөн Ассамблея составына Башҡортостандағы 30 милли йәмәғәт ойошмаһы инә. Һуңғы йылдарҙа республикала өс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, татар­ҙарҙың ике съезы, урыҫтар соборы, сыуаш, украин съездары, удмурт, белорус, мари, мордва, немец, йәһүд, поляк, керәшен конференциялары үткән.
Сибайҙа Свердлов урамы Әхмәтзәки Вәлиди Туған урамы тип үҙгәртелде.
1 сентябрҙә Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы асыла.

2001 йыл

Башҡортостанда – Әсә йылы
29 – 30 мартта Өфөлә АҡШ-тың Рәсәй Федерацияһындағы тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Джеймс Ф. Коллинз булып китә. Ул Ә. Вәлиди Туған исемендәге Милли китапханала АҡШ-тың мәғлүмәт үҙәген асыуҙа ҡатнаша, «Йәштәр ҡаҙаныштары» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре менән осраша һәм Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығында матбуғат конференцияһы үткәрә.
31 мартта БР Президенты М. Рәхимов «Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһы тураһында» указға ҡул ҡуя.
10 июндә Өфөгә Рәсәй Президенты В. Путин килә. Ошо сәфәрендә ил башлығы республикала йәшәүсе халыҡтарҙың хеҙмәттәшлеген юғары баһалай һәм уны түбәндәгесә билдәләй: «Башҡортостанда үҙенең мәҙәниәте, дине, телдәре төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән ике тамсы һыу кеүек бөтә Рәсәй сағыла».
Октябрҙә Өфө ҡалаһында акушер-гинекологтарҙың һәм педиатрҙарҙың беренсе республика съезы үтә. Ошо уҡ айҙа Республика кардиология диспансерында йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы, Башҡортостан гемодиализ үҙәктәре эшләй башлай.

2002 йыл

Башҡортостанда – Сәләмәтлек йылы
Февралдә Өфөләге «Оптимед» клиникаһында республикала тәүгеләрҙән булып күҙҙе лазер ярҙамында дауалау үҙәге асыла.
Февраль, март һәм апрель айҙарында республикала Швейцария, Вьетнам, Италия илселәре булып китә, һәм хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡарала.
14 –15 июндә Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Бында Рәсәйҙән, сит илдәр­ҙән барлығы 708 делегат ҡатнаша.
20 июндә Рәсәй йәһүд общинаһының йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, илдең баш раввины Берл Лазар беренсе тапҡыр республикаға килеп китә.
9 –16 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы уҙғарыла. Перепись буйынса Башҡортостанда 4 104 336 кеше йәшәй. Шул иҫәптән башҡорттар 1 221 302 (бөтә халыҡтың 29,8 проценты), урыҫтар – 1 490 715 (36,3%), татарҙар – 990 702 (24,1%). ҡала ерендә 2 626,6 мең кеше көн итә, ә ауылдарҙа – 1 477,7 мең.

2003 йыл

Башҡортостанда – Спорт һәм сәләмәт тормош йылы
Йылдарҙа – беҙҙең тарихҒинуарҙың 3 – 7-һе – Башҡортостанға Рәсәй Президенты В. Путин килеп китә. Ул, «Абҙаҡ» ял-һауыҡтырыу комплексында, Өфөлә булып, эшлекле осрашыуҙар үткәрә.
24 ғинуарҙа баш ҡалаға Рәсәйҙең оборона министры Сергей Иванов килә.
5 февралдә БР Президенты «Ғаилә юбилярҙарын тәбрикләү тураһында» указға ҡул ҡуя.
24 сентябрҙә Салауат – Стәрлетамаҡ автоюлында, элекке Оло Аллағыуат ауылы урынында, «Юрматы ере» мемориаль комплексы асыла.
БР Президентының 29 сентябрҙәге «Башҡортостан халыҡтарының тарихи-мәҙәни үҙәктәрен асыу тураһында» указына ярашлы, Ғафури районының Сәйетбаба ауылында башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, Өфө районының ҡыҙыл Яр ауылында – урыҫ, Бүздәк районының Килем ауылында – татар, Архангел районының Максим ауылында – латыш, Иглин районының Балтика ауылында – белорус, Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылында – удмурт, Мишкә районының Мишкә ауылында мари тарихи-мәҙәни үҙәктәре төҙөлә.
7 һәм 21 декабрҙә, ике турҙа, Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлау үтә. Төбәк етәксеһе итеп ҡабаттан Мортаза Рәхимов һайлана.

2004 йыл

Башҡортостанда – Тирә-яҡ мөхит йылы
ЮНЕСКО тарафынан башҡорт халыҡ эпосы «Урал-батыр» йылы иғлан ителә.
Февралдә БР Хөкүмәте «Башҡор­тостандың иң төҙөк ҡалаһы», «Башҡортостандың иң төҙөк район үҙәге» конкурстарын үткәреү тураһында ҡарар сығара.
Май – Йомағужа һыу һаҡлағысы өлөшләтә һыу менән тултырыла.
14 майҙа Өфө ҡала cоветы депутаттары Воровский урамын Салауат Юлаев проспекты тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә.
18 июнь – Өфөлә Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу уңайы менән тантаналы йыйылыш үтә. БР Президенты указына ярашлы, хәҙер июндең икенсе декадаһында Салауат көндәре уҙғарыла. 23 сентябрҙә Эстон Республикаһының Палдиски ҡалаһында С. Юлаевҡа арналған музей асыла, ҡаланың бер урамына уның исеме бирелә. Ошо уҡ йылда тәүге тапҡыр 900 мәҡәләнән торған «Салауат Юлаев» энциклопедияһы баҫылып сыға.
Август – «НефАЗ» йәмғиәтендә Рәсәйҙә беренселәрҙән булып газ двигателле пассажир автобусы сығарыла.
Был йылда Башҡортостанға Венгрия, Венесуэла, Аргентина, Германия Федератив Республикаһы, Швейцарияның Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илселәре килеп китә. Маҡсаттары республика менән яҡындан танышыу, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү була.

2005 йыл

Башҡортостанда – Наркоманияны, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы
26 апрелдә Өфөлә Литва Республикаһы көндәре асыла. Башҡортостанға Литваның Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы һәм ғәҙәттән тыш илсеһе Римантас Шидлаускас килә.
22 июнь – Башҡортостанға Төркиә делегацияһы килә.
Августа БР Президенты указы менән балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте, сәнғәте өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы булдырыла.
25 августа АҡШ-ҡа башҡорт балының беренсе партияһы ебәрелә. Ул Америка ғилми-тикшеренеү институттарында юғары баһа ала.
4 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында «Өфө-Арена» боҙ һарайы төҙөлөшөнөң нигеҙ ташы һалына.
27 октябрҙә республикала миллионынсы телефон номеры эксплуатацияға индерелә.
Был йылда Башҡорт энциклопедияһының беренсе томы донъя күрә.

2006 йыл

Башҡортостанда – Төҙөкләндереү йылы
19 апрель – Башҡорт дәүләт педагогия университетына мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә.
18 – 21 майҙа республикала Саксония ирекле дәүләте (ГФР) көндәре үтә. Был сараға илдең Премьер-министры етәкселегендә делегация килә.
Июндә Австрияла Рәсәй көндәрендә беренсе тапҡыр Башҡортостанды презентациялау үтә.
Июль – август – сентябрҙә республикала Вьетнам, Һиндостан, Әзербайжандың Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илселәре булып китә.
12 – 19 сентябрь – Өфөлә төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» IV халыҡ-ара фестивале үтә.
Сентябрь айында Башҡортостан Президентының «Йәштәр – Башҡортостандың стратегик ресурсы». Йәштәрҙең, үҫмерҙәрҙең һәм балаларҙың 2006 – 2015 йылдарға рухи-әхлаҡи мәҙәниәте, гражданлыҡ әүҙемлеге үҫеше концепцияһы тураһында» указы сыға.
10 октябрь – БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың 39 -сы сираттан тыш ултырышында Рәсәй Президенты В. Путиндың тәҡдиме буйынса М. Рәхимовтың БР Президенты булараҡ вәкәләте оҙайтыла.
9 ноябрҙә Өфө районында «Лас­селсбергер» Австрия компанияһы менән берлектә керамик плита етештереү заводын төҙөү башлана.
Декабрҙә бөйөк мәғрифәтсе Миф­тахетдин Аҡмулланың тыуыуына 175 йыл тулыу айҡанлы конференциялар, тантаналар, республика фольклор байрамы уҙғарыла.
23 декабрҙә Нефтекамала 2 мең урын­лыҡ Боҙ һарайы асыла.

2007 йыл

Йыл башына Өфөлә 1 млн 36 мең 783 кеше йәшәй.
25 майҙа башҡорт нефте асылыуына 75 йыл тулыу билдәләнә. «Башнефть» эшмәкәрлеге осоронда 260-тан ашыу нефть һәм газ ятҡылығы асыла, ер аҫтынан 1 миллиард 600 миллион тонна «ҡара алтын», 84 миллиард кубометр газ сығарыла.
30 июндә Башҡортостан менән Мәс­кәү ҡалаһы араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Сентябрь – Өфөлә Конгресс-холл ижтимағи-сәйәси, сауҙа-эшлекле, мәҙәни үҙәге, реконструкциянан һуң «Аҡбуҙат» ипподромы асыла.
27 сентябрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай янында Йәштәр йәмәғәт палатаһы булдырыла.
11 октябрҙә республикала Баш­ҡортостандың Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыу айҡанлы тантаналар үтә. Ошо сара уңайынан Рәсәй Президенты В. Путин килә.
Башҡортостан Волга буйы федераль округында тыуым буйынса – икенсе (2007 йылда 50987 бала тыуа), һөт етештереү, йылҡы һаны буйынса илдә беренсе урында килә.

2008 йыл

Башҡортостанда Ғаиләне социаль яҡлау йылы
Йылдарҙа – беҙҙең тарих26 февралдә Өфөлә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Д. Мед­ведев булып китә.
Апрель – Ватан хоккей тарихында беренсе тапҡыр «Салауат Юлаев» хоккей клубы Рәсәй чемпионаты Кубогын яулай. Ҙур уңыш бишенсе финал матчында Ярославль ҡалаһының «Локомотив» командаһын 4:1 иҫәбе менән еңгәндән һуң яулана.
5 – 7 сентябрҙә «Аҡбуҙат» ипподромында Беренсе Бөтә Рәсәй Орлов тоҡомло юртаҡтар ярышы үтә.
18 сентябрҙә Башҡортостан гимнының һүҙҙәре ҡабул ителә. Авторҙары – Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, шағир, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр, урыҫ теленә тәржемәселәре – гимн көйөнөң авторы Фәрит Иҙрисов һәм яҙыусы Светлана Чураева.
8 октябрҙә БДПУ бинаһы ҡаршыһында Мифтахетдин Аҡмуллаға, 18-ендә Башҡорт дәүләт опера театры янында, сәнғәт академияһы ҡаршыһында СССР-ҙың халыҡ артисы Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл асыла.
Был йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһе «Рәсәйҙең иң яҡшы йыл экспортеры» конкурсында дүртенсе тапҡыр еңеүсе тип билдәләнә.

2009 йыл

Башҡортостанда – Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы
Ғинуарҙың 15-ендә «Башҡортостан» нәшриәтендә немец маркалы «Ротоман» офсет баҫма машинаһы эшләтеп ебәрелә.
Февралдә «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы менән Монголияның «Шаамарын тахой» кооперативы араһында 10 миллион һумға башҡорт бал ҡортон һатыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла.
20 мартта Башҡортостан совет автономиялы республикаһының 90 йыллығы билдәләнде. Ошо дата уңайынан үткән тантанала Рәсәй Президенты Д. Медведев республика халҡын тәбрикләне. Өфөлә РСФСР-ҙа беренсе милли республика төҙөлөүенә 90 йыл тулыуға арналған «Тарихта һәм Рәсәй федерализмының сәйәси практикаһында милли-дәүләт берәмектәре» тигән бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция эшләне.
23 май – «Здравница» Бөтә Рәсәй форумында «Янғантау» шифаханаһы өсөнсө тапҡыр илдең иң яҡшы шифаханаһы исемен ала.
17–18 июндә Күгәрсен районында «Байыҡ» беренсе республика балалар башҡорт бейеүе конкурсы уҙғарыла.
8 октябрҙә Башҡортостан Прези­денты М. Рәхимов «Үҙ йортом» программаһы буйынса Өфө районының Шамонин ауылында өй төҙөгән 120 ғаиләгә асҡыс тапшырҙы.

2010 йыл
Башҡортостанда – Республика йылы
3 февралдә Башҡортостан умар­тасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү институты Кувейтҡа башҡорт балының тәүге партияһын ебәрә.
8 февралдә Өфөгә РФ Хөкүмәте Премьер-министры В. Путин килеп, төбәк үҫеше буйынса хөкүмәт кәңәшмәһе үткәрә. Был сарала ил Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, төбәктәр башлыҡтары ҡатнаша. Төп мәсьәлә – Рәсәй субъекттарында мәғлүмәт технологиялары үҫеше. Баш ҡалабыҙға килеүселәрҙе бигерәк тә «Электрон Башҡортостан» күргәҙмәһе ҡыҙыҡһындыра.
14 – 16 майҙа Берлинда Евросоюз илдәре башҡорттарының тәүге ҡоролтайы үтә.
10 – 12 июндә Өфөлә Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙа. Форумға Рәсәйҙән һәм төрлө илдәрҙән 800-ҙән ашыу делегат килә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты туған телде, милли мәҙәниәтте һаҡлауға, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән шәхестәргә бирелә торған «Алтын ҡурай» орденын булдырып, уның тәүге кавалерҙары билдәләнә. Был баһаға үлгәндән һуң Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Юныс Бикбов, Муллаян Халиҡов лайыҡ була. Награданы Сүбидәй Туған, Наилә Сәлихова (Бикбова) һәм М. Халиҡов йәмәғәт фонды рәйесе Фәнил Шәрипов ала.
Йыйын сигендә Беренсе йәштәр ҡоролтайы ла үтә.
Ишембай районы биләмәһендәге Торатауҙа «Ырыуҙар ташы» мемориаль комплексына нигеҙ ташы һалына.
Ошо уҡ айҙа Өфө – Сибай авиаюлы асыла.
15 июлдә РФ Президенты Д. Мед­ведев БР Президенты М. Рәхимовтың отставкаһын ҡабул итә. М. Рәхимов Рәсәйҙең иң юғары наградаһы – I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» орденына лайыҡ була.
19 июлдә Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Президенты вазифаһына Рөстәм Хәмитов өсөн тауыш бирә.
29 июлдә Рөстәм Хәмитов Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр, Учалы райондарында һәм Сибай ҡалаһында ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡаршы саралар планын раҫлау тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Әйткәндәй, был йәйҙә эҫелек һәм ҡоролоҡтан 1893 ауыл хужалығы предприятиеһы зыян күрә, 1239 мең гектар­ҙа иген һәләк була. Алдан иҫәпләүҙәр буйынса, юғалтыуҙар күләме 13 миллиард һумға етә.
30 июлдә Башҡортостан Президенты интернет селтәрендә «Тере журнал» («Живой журнал») биттәрендә үҙ блогын аса. Тәүге көндәрҙән үк популярлыҡ яулаған блог бөгөн дә иң тәүге баҫҡыстарҙа килә.
Түбәнге Новгородта үткән Халыҡ-ара автобус салоны сараһында «НефАЗ» йәмғиәтенә алтын миҙал тапшырыла.
Августа Өфөлә кадрҙар форумы уҙа.

, «Башинформ» агентлығы һәм БР йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы материалдарын файҙаланып, Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға