21.09.2012 Өс һөйләм менән
Башҡортостандың 17 районында шәкәр сөгөлдөрөн йыя башланылар. Татлы тамыраҙыҡ төбәктә 11345 гектар майҙанда йыйып алынған, планға ҡарата был 21 процент тәшкил итә. БР Ауыл хужалығын консультациялау үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, шәкәр сөгөлдөрөнөң уртаса уңышы гектарынан 155 центнер.
Республика буйынса быйыл ауыл халҡынан 79822 тонна һөт һатып алынған. Иң күп продукцияны Илеш, Туймазы райондары халҡы тапшырған. Фермер хужалыҡтарынан йыйылған һөт буйынса Баймаҡ районының күрһәткестәре юғары.
Фән һәм техника өлкәһендә республика дәүләт йәштәр премияһы буйынса конкурс комиссияһының йомғаҡлау ултырышы үтте. Быйыл грант алыуға 41 эш тәҡдим ителгән. 2012 йылға премияның күләме 150 мең һумға етте.
Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы «Граждандар көсө» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының төбәк бүлексәһен дәүләт теркәүе тураһында ҡарар ҡабул итте. 17 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, республикала сәйәси партияларҙың 21 төбәк бүлексәһе теркәлгән. Уларҙың тулы исемлеге, шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған башҡа ойошмалар исемлеге Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында урынлаштырылған.
ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә республиканың 46 районында 1526 хужалыҡ зыян күргән. Ерҙәге дымдың аҙ булыуы арҡаһында 585 мең гектар сәсеүлек юҡҡа сыҡҡан. Аграрийҙарға килтерелгән зыян күләме 5,438 млн һум тәшкил итә.
Быйыл республикала 16841 кешегә талпан ҡаҙалған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 7236 ҡан һурғыс бөжәктең 567-дә сир булыуы асыҡланған. Талпан энцефалиты менән 54 кеше сирләгән.
Өфө үҙәгендә хәрби снаряд табылған. Уны йөк машинаһынан ваҡ таш бушатҡанда күреп ҡалғандар. Хәрби ҡорал карьерҙа граждандар һуғышы осоронан бирле ятҡан булған.
З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.