«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Муниципаль власть – халыҡҡа иң яҡыны



21.09.2012 Муниципаль власть – халыҡҡа иң яҡыны

Өфөлә урындағы үҙидараны үҫтереү буйынса округ консультатив советының тәүге ултырышы асылды. Уның эшендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, федераль округка ингән төбәктәр вәкилдәре ҡатнашты.
Бөгөн урындағы үҙидараның роле бермә-бер арта. Муниципаль властың халыҡҡа яҡыныраҡ тороуын иҫәпкә алып, уның төп власть булыуын билдәләргә кәрәк. Урындарҙа барлыҡҡа килгән проблемалар һәм власть вертикале өсөн халыҡ алдында ул беренсе яуап бирә.
Илдәге сәйәси реформа федераль закондар формаһын алды, 14 октябр­ҙәге һайлауҙар ҙа яңы закондар буйынса үтәсәк. Һайлау реформаһы шунан ғибәрәт: муниципаль берәмектәр төбәктәрҙә вәкәләтле һәм башҡарма власть вертикален формалаштырасаҡ звеноға әүерелә.
Михаил Бабич билдәләүенсә, әлеге совет ултырышын Башҡортостанда үткәреү осраҡлы түгел. Сөнки беҙҙә 14 октябрҙә иң ҙур муниципаль һайлау­ҙарҙың береһе үтә, 54 районда меңдән ашыу муниципаль депутат һайланасаҡ.
Ултырышта вәкәләттәрҙең бер өлөшөн төбәк һәм муниципаль кимәлдәргә бүлеп биреү мәсьәләһе тикшерелде.
Был бүлеп бирелгән бөтөн вәкәләттәр тейешле керем сығанаҡтары менән тәьмин ителергә тейеш, муниципалитеттарҙың күпселек проблемалары уларҙы хәл итеү өсөн тейешле сығанаҡтарҙың булмауына ла бәйле. Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса алдағы ике айҙа тейешле норматив акттар ҡабул ителәсәк һәм вәкәләттәр­ҙең бер өлөшө уларға беркетелгән керем сығанаҡтары менән бергә төбәктәргә бүлеп бирелә башлаясаҡ.
Башҡортостан Президенты муниципалитеттарҙың федераль кимәлдә хәл ителергә тейешле өс проблемаһын атаны. Беренсеһе –‒урындарҙа финанс-иҡтисади үҙаллылыҡты тәьмин итеү мәсьәләләрен яйға һалыу. Власть аҡсаһыҙ эшләй алмай. Бының өсөн Рөстәм Хәмитов урындағы бюджеттың килемле сығанаҡтарын үҫтереүгә ҡағылышлы Бюджет һәм Һалым кодекстарына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итте. Икенсе проблема – урындағы үҙидара органдары вәкәләттәренә бәйле ҡануниәт базаһын яңыртыу мөһимлеге. Республика башлығы фекеренсә, тәртип һаҡлау буйынса муниципалитеттар эшләргә тейеш, ә муниципаль полиция эшмәкәрлеге хаҡында аныҡ закон юҡ.
Президентты тағы шуныһы борсой – быйыл кәрәкле документация булмай тороп, торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер бүлеүҙе тыйыу тураһындағы федераль закон үҙ көсөнә инде. Генераль планды төҙөүгә муниципалитет аҡса түләргә тейеш. Ә быға ауыл берәмектәренең аҡсаһы юҡ, шуға ла был юҫыҡта төбәк, федераль бюджеттар, бюджеттан тыш сығанаҡтар ҡатнашлығында финанслау механизмын билдәләгән закон да талап ителә.
Әйткәндәй, советта Башҡортостан исеменән БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе Рөстәм Күзбәков, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы, «БР Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы идараһы рәйесе Сергей Молчанов, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Алексей Изотов, Өфө ҡала советы рәйесе Евгений Семивеличенко сығыш яһай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға