«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әбйәлилдәр уның менән ғорурлана ала



18.09.2012 Әбйәлилдәр уның менән ғорурлана ала

Абдулхаҡ Ниғмәтуллин – күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе
Һәр төбәк үҙенең күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдары, рәссамдары, мәғрифәтселәре менән бай. Урал аръяғының мәғрифәтселек йәмғиәтендә Абдулхаҡ Әхмәтша улы киң танылыу тапҡан. Ул 1870 йылда Әбйәлил районының Хәлил ауылында донъяға килгән. Атаһы Әхмәтша Ташбулат улы 1805 − 1807 йылдарҙа Рәсәй ғәскәрҙәре сафында Францияға ҡаршы алып барылған һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән була.
Күп балалы һәм татыу ғаиләлә тәрбиәләнгән Абдулхаҡ бәләкәйҙән эшһөйәр булып үҫә. Дүртенсе синыфты бөткәс, атаһы уны Троицк ҡалаһына Зәйнулла ишанға уҡырға ебәрә. 1896 йылда атаһы үлеп ҡалыу сәбәпле, Абдулхаҡ уҡыуын ташлап, тыуған ауылына ҡайта һәм Рәмиевтар, Гәрәевтарҙың алтын приискыһына эшкә урынлаша. 1900 йылда Рәмиевтарҙың иң ҙур алтын приискыһында эшләп, артабан алтын табыу участкаһының етәксе вазифаһына тиклем үрләй.
Белемле уҙаманды ябай халыҡ бик ихтирам итә. Ул, башҡорттар араһында белемгә ынтылыу­сылар күп булыуын иҫәпкә алып, үҙенең аҡсаһына ҡатын-ҡыҙҙар мәҙрәсәһе тота. Бер туған апаһы шул мәҙрәсәлә уҡытыусы булып эшләй. 1920 йылдың 2 февралендә Абдулхаҡ Ниғмәтуллин тултырған анкетанан шундай мәғлүмәттәр алырға була: Хәлил ауылында 230 бала белем ала, уларҙың 99-ы − ҡатын-ҡыҙҙар. Улар араһында өс йәштән белем алыусы балалар бихисап була. Тимәк, халыҡ аслыҡтан, һуғыштан яфа сиккән ваҡытта ла белем алыу зарурлығын аңлаған.
Абдулхаҡ Ниғмәтуллин үҙен ҡарағай-ҡыпсаҡ улусының йәмәғәт эшмәкәре итеп күрһәтә. Ул совет власын ойоштороуға күп көс һала. Улуста яңы власть урынлаштырыуҙа Фәтҡулла Юламанов һәм Абдулхаҡ Ниғмәтуллиндың эшмәкәрлеге айырым урын алып тора.
1920 − 1921 йылдарҙа илебеҙҙә аслыҡ хөкөм һөрә. Рәсәйҙә барлығы 30 миллион, шул иҫәптән Башҡортостанда 2 миллион кеше аслыҡтан яфа сигә. Шул осорҙа аслыҡтан интеккән Рәсәй халҡына Американың АРА тигән ойошмаһы аша ебәрелгән ярҙамды бүлеү эше башлана. Шундай шарттарҙа Абдулхаҡ Ниғмәтуллиндың эшмәкәрлеге тағы ла әүҙемләшә, ул йыш ҡына кантондар­ҙа аслыҡтан интеккән башҡорттарҙың мәнфәғәтен яҡлап сыға. Америка ебәргән аҙыҡ-түлек иң төпкөлдәге башҡорт ауылдарына ла ебәрелә. Меңләгән кеше, күпселек балалар аслыҡ афәтенән ҡотола. Абдулхаҡ Ниғмәтуллин Хәлил ауылында ике ашханала бушлай ашатыу ойоштора. Халҡым, тип янып йөрөгән Абдулхаҡ Әхмәтша улы май эшкәртеү заводы аса һәм яҡын тирәләге ауыл кешеләре һөт тапшырып, май һәм һөт һалымынан ҡотола.
Абдулхаҡ Ниғмәтуллин тыуған илгә, үҙ халҡына тоғро хеҙмәт итеү тойғоһон үҙенең улдарына ла һеңдереп ҡалдырған. Өлкән улы Бикйән Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград ҡалаһын азат иткәндә яралана. Һуғыштан һуң төрлө ойошмаларҙа бухгалтер булып эшләй. Икенсе улы Рыҫйән дә – һуғыш ветераны, һуғыштан һуң Хәлил ауылы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара. Улдары Сәлимйән, Ғәлимйән һәм Әхмәтзәки фронтта вафат булып ҡала. Кесе улы Моратҡа, йәше тулмау сәбәпле, һуғышта ҡатнашырға тура килмәй. Ул − хәрбиләштерелгән янғын һағында ябай хеҙмәткәрҙән башлап начальник урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлын үткән кеше. Әлеге ваҡытта Баймаҡ районының Калинин ауылында йәшәй. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, йәмәғәт эштәрендә бик әүҙем ҡатнаша. Ике мөҙҙәткә депутат булып һайланып, Калинин ауылының экологик һәм көнкүреш мәсьәләләрен хәл итергә байтаҡ көсөн һалды.
Абдулхаҡ Ниғмәтуллин кеүек халҡыбыҙҙың күренекле йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсеһе киләсәк быуынға үрнәк булып тора. Ярҙамсыллыҡ, тоғролоҡ, үҙ халҡыңа хеҙмәт итеү – һәр беребеҙгә шундай сифаттарҙы үҫтереү бөгөн бигерәк тә кәрәк тип уйлайым.

Илһөйәр БАЙРАҡАЕВА.
Сибай ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға