«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан Мордовия менән хеҙмәттәшлекте нығыта



18.09.2012 Башҡортостан Мордовия менән хеҙмәттәшлекте нығыта

Башҡортостандан рәсми делегация Мордовияға барып ҡайтты.
Республика вәкилдәрен айырыуса «Технопарк−Мордовия» автономиялы учреждениеһы ҡыҙыҡһындырҙы. Ғилми үҙәктең электрон хөкүмәт системаһын булдырыу буйынса тәҡдимдәре бар. Комплекста электрон университет булдырыу проекты ғәмәлгә ашырыла. Заманса элемтә һәм телекоммуникация саралары ярҙамында донъя кимәлендәге белгестәр Мор­довия инженерҙары өсөн лекция уҡый. Бөгөн ғилми үҙәктә 96 кеше эшләй.
«Технопарк» − инновациялар әҙерләү һәм уларҙы коммерциялаштырыу үҙәге. Ул ғилми ойошмаларҙы, юғары уҡыу йорттарын, төбәктең производство предприятиеларын берләштерә. Мордовия Республикаһы башлығы Владимир Волков һүҙҙәренсә, технопаркта 5 мең эш урыны булдырыласаҡ. 2012 йыл аҙағына комплекстың икенсе сиратын асыу күҙаллана. Ошо уҡ комплекста Рәсәйҙәге берҙән-бер яҡтылыҡ сығанаҡтары музейы эшләй.
Мордовия Республикаһы йортонда Башҡортостан Хөкүмәте менән Мордовия Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ биш йылға иҫәпләнгән. Уға ярашлы, ауыл хужалығы, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, халыҡты социаль яҡлау, туризм, фән һәм юғары технологиялар, транспорт, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, мәҙәниәт өлкәләрендә ике яҡлы һәм күп яҡлы төбәк-ара программалар һәм проекттар әҙерләү ҡарала.
Был республикала тәжрибә уртаҡлашырлыҡ тармаҡ-өлкәләр етерлек, киләсәктә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлек тағы ла нығыясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға