«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өлкән йәштәмен тимә…



18.09.2012 Өлкән йәштәмен тимә…

Бөгөн Өфөлә «50 Плюс. Өлкән йәштең ыңғай яҡтары» тигән халыҡ-ара конференция асылды.
Был сараға Рәсәй төбәктәренән дәүләт органдары, һаулыҡ һаҡлау, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, белгестәр, Швейцария, Греция, Эквадор, Канада, Уганда, Бөйөк Британия, Ирландия эшҡыуарҙары йыйылды. Конференцияла Женеванан саҡырылған махсус ҡунаҡ – Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы координаторының сығыш яһауы көтөлә. Лиза Уэрт ханым төрлө йәштәгеләр йәшәүе лә уңайлы булған ҡалалар хаҡында үҙенсәлекле программа әҙерләгән. Беҙҙең Туймазы ҡалаһы 2007 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып «ҡартлыҡ та шатлыҡ булған ҡала» проектына ҡушылғайны. Былтыр иһә Башҡортостандың бүтән ҡалалары ла ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Өлкәндәр – иҡтисад, ижтимағи процестарға йәлеп итерлек ҙур ресурс. Әйткәндәй, Туймазыла бының ыңғай һөҙөмтәләре күренә лә инде – унда өлкән волонтерҙар хәрәкәте эшләй, «Өләсәйҙәр – балаларға» проекты булдырылған, «50+» телевизион программаһы асылған.
Әлеге халыҡ-ара кимәлдәге сараның да әһәмиәтле булыуын билдәләп, унан файҙалы һөҙөмтә көтәләр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға