18.09.2012 Башҡортостан Президенты – тура эфирҙа
Рөстәм Хәмитов, «Башҡортостан хәбәрҙәре. Аҙна ваҡиғалары» телепрограммаһында ҡатнашып, республика халҡы һорауҙарына яуап бирҙе, алдағы көндәргә ниәттәр менән уртаҡлашты, йәйҙең сәйәси хәл-торошона үҙ фекерҙәрен әйтте.
Башҡортостанда үткән миҙгелдәге иң төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһе – БР Хөкүмәтендәге үҙгәрештәр.
Рөстәм Хәмитов үҙенең тура күҙәтеүе аҫтында башҡарма властың эшен баһаланы. Республика башлығы әйтеүенсә, Хөкүмәттең эш динамикаһы үҫкән, министрҙар ҙа әүҙемерәк эшләй башлаған.
– Президент менән туранан-тура эшләү, бер яҡтан, айырым мөмкинлектәр бирһә, икенсе яҡтан, яуаплылыҡ та ҙур, – тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов төбәктә ШОС һәм БРИКС илдәре саммитын үткәреүгә әҙерлек хаҡында ла әйтеп үтте. Шул сара сигендә аэропортты яңыртыу, Затон күпере төҙөү, баш ҡаланың яр буйын төҙөкләндереү ҙә ҡаралған. Бынан башҡа төҙөлөштәр ҙә күҙаллана. Аҡсаны үҙәк бюджет та бүләсәк, әммә урындағы бюджеттан да ҙур ғына сығымдар талап ителә.
Президент «Миллиондар маршы» акцияһына ҡарата ла үҙ фекерен еткерҙе:
– Минеңсә, хәҙер протестар кәрәкмәй. Ил, дөйөм алғанда, әүҙем үҫешә. Әлбиттә, кемдәрҙер был процестың тағы ла тиҙерәк барыуын теләй. Әммә бөтөнөһө лә этап менән бара. Властың халыҡ йәшәйешен яҡшыртыуҙан башҡа маҡсаты юҡ. Ә мөмкин булмағанды беҙ, нисек кенә талап итмәһендәр, эшләй алмайбыҙ. Бына ошондай протест акцияларының әүҙемләшеүе ил үҫешенә кәртә булыуы ихтимал. Беҙ 90-сы йылдарҙы яҡшы иҫләйбеҙ – ул саҡтағы лозунгылар сәнәғәт предприятиеларының эшен боҙҙо. Әлеге хәлдең ҡабатланыуы кәрәк түгел.
Президент билдәләүенсә, халыҡ үҙ позицияһын белдерергә хоҡуҡлы, тик уны законға ярашлы һәм тәртипле итеп белдерергә кәрәк.
БР Президенты һуңғы айҙарҙа үҙенең шау-шыу ҡуптарыусы аҙымы менән Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәлелек яулаған Pussy Riot (Пуси Райт) төркөмө хаҡында ла телгә алды.
– Бындай хулиганлыҡҡа кире ҡараштамын. ҡорамға барып, акция үткәреүҙәрен хатта һүҙ менән дә баһалай алмайым. Бындай хәлде яҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү өсөн бер генә аргумент та юҡ.
Әлбиттә, ғәрәп илдәрендә барған ғауға-һуғыштарға ла Президенттың үҙ фекере.
– Демократия бөтөн мөмкинлектәр бирә, шул иҫәптән дини кешеләрҙең тойғоларын рәнйетергә лә, тип уйлаусылар күп. Уйламаҫтан яһалған аҙым йә әйтелгән һүҙ ауыр эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Бөгөн ғәрәп илдәрендә тап шул хәлдәр күҙәтелә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Кешенең дини инанысы менән уйнау енәйәткә тиң.
Башҡортостан Президентына, төбәк етәксеһе булараҡ, һүҙ көсө тураһында йыш уйланырға тура килә. Мин тәнҡиткә ҡаршы түгел, үҙемдең ҡул аҫтындағыларҙың миңә матур тормош тураһында ғына һөйләүен теләмәйем – мин бөтөнөһөн белергә тейеш, ти республика башлығы.
– Әлбиттә, бөгөн беҙҙә уртаса эш хаҡы 19,5 мең һум. Был ҙур сумма түгел. Кешеләр осон-осҡа ялғап йәшәй. Проблемаға күҙ йомоп ҡарарға йыйынмайбыҙ, шул уҡ ваҡытта мин бөгөнгөнө үтә тәнҡитләү яҡлы ла түгелмен. Тиҙ булмаһа ла, бәләкәй аҙымдар менән булһа ла беҙ алға барабыҙ, – тигән ышаныста Президент.
Инвестициялар күләме лә үҫә, тимәк, киләсәккә өмөт бар.