«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Миллиондар, әй, иллеләр маршы?!



18.09.2012 Миллиондар, әй, иллеләр маршы?!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән шәмбелә Рәсәйҙең ҡырҡлап ҡалаһында “Мил­лиондар маршы” акцияһы уҙҙы.
Баш ҡалабыҙ Өфө лә ситтә ҡалманы. “Өфө” универмагы тапҡырында йыйылып, бер илле-алтмышлап кеше ҡала советы яғына юл тотто. Оппозицияның төп өлөшөн йәштәр тәшкил итте, шулай ҙа араларында бер-ике өлкән кеше лә күренеп ҡалды. Бындай саралар­ға, йәғни власҡа протест белдереү акцияларына хас булғанса, ҡатнашыусыларҙан бигерәк, полиция һан яғынан өҫтөнлөк итте. Әллә ойоштороу кимәле шул саҡлы, әллә оппозицияға ла ышаныс юҡ, әллә халыҡ бөтөнөһө менән дә ҡәнәғәт, “Миллиондар маршы” тип тамаҡ ярһалар ҙа, маршта атлаусылар һаны миллиондың бәләкәй бер өлөшөн генә тәшкил итә лә ҡуя.
Мәскәүҙә хоҡуҡ һаҡлаусылар, урамға сығыусылар 14 мең кеше булды, тип һанаһа, бүтән ҡалаларҙа Өфөләге кеүек 50 – 80-дән артмаған. Уның ҡарауы, беҙҙә акция үткәрер өсөн хатта рәсми рөхсәт тә алынмаған, имеш. Мәскәүҙә лә ике тиҫтәләп кешене ҡулға алып, иреккә сығарып та өлгөрҙөләр. Әллә нимәләр ҡылына эргә-тирәлә. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, ни, йүнләп төкөрә белмәйҙәр…

Айсын АҡБУЛАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға