14.09.2012 Өс һөйләм менән
17 сентябрҙә «Мәрхәмәт» хәйриә фондының Балалар үҫеше үҙәгендә «Дуҫтар менән яңы уҡыу йылына» исемле байрам – «Асыҡ ишектәр» көнө үтә. Был көндө ҡунаҡтар үҫеш үҙәге буйлап экскурсияла ҡатнашып, асыҡ дәрестәр ҡарай, шулай уҡ «Инклюзив белем биреү һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың социаль яраҡлашыуы – белем биреү процесында яңы методикалар» темаһына «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнаша ала. Балалар үҫеше үҙәге 2011 йылдың сентябрендә мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү маҡсатында булдырылғайны.
Башҡортостанда бөгөн берҙәм федераль өлгөләге 29200 һунарсы билеты тапшырылған. Республикала барлығы 40 мең һунарсы иҫәпләнә. Яңы һунар миҙгелендә хайуандарҙы атыуға лицензия тик яңы документ менән генә биреләсәк.
Республикала йыл башынан тулайым һауым яҡынса 1,3 миллион тонна тәшкил иткән. Шуның 478716 тоннаһы – ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына, ә ҡалғаны шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға тура килә. 2012 йылдың ғинуарынан 509128 тонна һөт һатылған.
Рәсәй балалар фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе яңы уҡыу йылы алдынан үткәргән «Балаға мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит» хәйриә акцияһы сиктәрендә Өфө ресторандарының береһендә балалар йорттарында, социаль приюттарҙа һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 50 бала өсөн «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа» байрамы үткәрелде. Балалар өсөн күңел асыу программаһы сараларға бай булды. Байрамда ҡатнашыусы һәр кем БР Балалар фондынан бүләк – канцелярия тауарҙары һәм тәмлекәстәр алды.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш хәл режимын бөтөрҙө. Бындай режим аномаль эҫе көн торошо арҡаһында 20 июлдән – республиканың 18 районында, 7 августан йәнә 28 районда һәм Өфө, Күмертау, Сибай ҡалаларында уңыш һәләк булыу сәбәпле индерелгәйне. Шулай уҡ урман янғындары таралыу айҡанлы төбәктең 19 районында айырым янғынға ҡаршы режим да туҡтатылды.
З. ЙӘһҮҘИНА әҙерләне.