«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент йәштәр менән осрашты



28.08.2012 Президент йәштәр менән осрашты

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бәләбәй райо­нының «Аҡсарлаҡ» балалар һауыҡтырыу лагерында ойошторолған «Мин – граждан» форумында ҡатнашыусылар менән осрашып, улар­ҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Президентҡа «Башҡортостанда медиация үҫешен нисек күрәһегеҙ?» тигән һорау бирелде. Рөстәм Хәми­тов яуаплауынса, теге йәки был бәхәсле мәсьәләне хәл иткәндә ул үҙе йыш ҡына медиатор булып сығыш яһай. Мәсьәләне тыныс хәл итергә тырышырға кәрәк, тип иҫәпләй республика башлығы. Толерантлыҡҡа, татыу­лыҡҡа бәйле һорау ҙа булды.
Ағиҙел ҡалаһында йәшәгән ҡыҙ эшһеҙлек мәсьәләһен ҡуҙғатты. Әлбиттә, был күренеш Ағиҙелгә генә хас түгел. Бөгөн республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле алты проценттан ашып китә. Бынан тыш, Башҡортостандың 150 мең кешеһе республиканан ситтә эшләй, ә төбәктә эшсе һөнәрҙәре буйынса кадрҙар, квалификациялы белгестәр етешмәй. Был йәһәттән йәштәргә ҙур өмөт бағлана. Ағиҙелгә килгәндә, был мәсьәлә әлеге ваҡытта тикшерелә, унда яңы производстволар булдырырға кәрәк.
Президент менән аралашыу барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Форумда ҡатнашыусылар торлаҡ менән бәйле барлыҡ һорауҙарҙы бер урынға туплаусы электрон ресурс тураһында проект әҙерләгән. «Башҡортостан Республикаһының бөтә йорттары» сайтында йәштәр дөйөм йорт иҫәп-хисап приборҙары күрһәткестәренән алып, участковыйҙар менән бәйләнешкә инеү өсөн мәғлүмәттәргә тиклем төрлө белешмә мате­риал­дарҙы урынлаштырырға тәҡдим итә. Был идея Президентҡа оҡшаны.
Йәштәр спортты үҫтереү, уйын майҙансыҡтарын төҙөкләндереү мәсьәләләрендә лә үҙҙәренең ярҙамын тәҡдим итте. Аралашыу барышында Президент демография мәсьәлә­һенә туҡталып, тыуым­ды арттырыу өсөн шарттар булдырыу кәрәклеге хаҡында ла әйтеп үтте.
Йәштәр менән ошондай осрашыуҙар киләсәктә йышыраҡ үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға