«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Расписка ғына ҡотҡармаҫ



28.08.2012 Расписка ғына ҡотҡармаҫ

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Регина төнгө ҡала буйлап машинаһында йөрөгәс, ихата алдында туҡтарға уйлай. Тәжрибәһе ҙур булмаған ҡыҙ яңылыш икенсе машинаны сыйып үтә. Шул саҡ уның янына бер ир килеп хәҙер үк зыянды ҡаплауын һорай, ҡысҡырып әрләшә башлай.
Албырғап ҡалған ҡыҙҙы расписка яҙҙырыр өсөн, көсләп тигәндәй, фатирына индерә. Унда ир «ғәйепленән» аҡса урынына мөхәббәт һәм наҙ талап итә. ҡыҙ ҡырҡа баш тартҡас, ир уны көсләй. «Әгәр ҙә был хаҡта полицияға әйтһәң, мин һине табып үлтерәм», – ти һәм ҡыҙҙан «енси бәйләнеш ике яҡтың теләге менән булды» тигән расписка яҙҙырта һәм уны сығарып ебәрә.
ҡото алынған Регина туп-тура полицияға барып, был хәл тураһында бәйән итә. Тәртип һаҡлаусыларға был 33 йәшлек наркоман ир күптән таныш булып сыға. Ул быға тиклем бандитизм, талау һәм ҡорал һаҡлағаны өсөн хөкөм ителгән булған. Әлеге мәлдә наҙ яратыусы һаҡ аҫтына алынған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был енәйәт өсөн ун йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк.
Тағы ла шуныһы бар – ҡыҙ сыйып үткән машинаға был ирҙең бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы булмаған.

Г. БИКМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға