«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Аэропортта – яңы етәксе



04.09.2012 Аэропортта – яңы етәксе

Федераль һауа транспорты агентлығында яңыраҡ «Өфө» халыҡ-ара аэропортында булған осраҡты тикшереү буйынса кәңәшмә үтте. Бында «Трансаэро» авиакомпанияһы, «Домодедово» һәм «Өфө» аэропорттары етәкселеге вәкилдәре ҡатнашты.
Иҫегеҙҙә булһа, гәзитебеҙҙә «Трансаэро» авиакомпанияһы рейсы пассажиры Светлана Мостафина ауыр операция кисергән дүрт йәшлек улы менән Өфөгә ҡайтҡанда самолеттан төшкәндә балаға инвалид коляскаһын алып килмәүҙәре, шул арҡала әсә ризаһыҙлыҡ белдереп, республика етәкселегенә хәбәр итеүе хаҡында яҙғайныҡ. Асыҡланыуынса, «Домоде­дово»нан техник средстволарҙың эшендә өҙөклөктәр булыу сәбәпле, «Өфө» аэропорты хеҙмәткәрҙәренә балаға колясканы самолеттан төшкәс тә биреү кәрәклеге хаҡында хәбәр ителмәгән.
Был ваҡиғанан һуң «Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Рәмил Тимерғәзин вазифаһынан бушатыл­ғайны. Уның урынына бығаса предприятиеның генераль директоры урынбаҫары булып эшләгән Иван Тихонов тәғәйенләнде.
Хәҙер илдең барлыҡ авиакомпанияларына һәм аэропорттарына балалы пассажирҙарҙы һәм физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү тураһында тәҡдимдәр ебәреләсәк.

Әйткәндәй

Аэропорттың элекке директоры Рәмил Тимерғәзин үҙенең эштән бушатылыуы тураһында “өсөнсө ҡолаҡтан” ишетә. Уның билдәләүенсә, тикшереү директор­ҙың һәм аэропорт хеҙмәткәрҙәренең Мостафина ханым менән уның улына ҡағылышлы ваҡиғала ғәйебе булмауын асыҡлаған. ”Коммерсант” гәзите аша ошолай аптырауын белдергән Тимерғәзин әфәнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға