«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Юлдар, юлдар…



04.09.2012 Юлдар, юлдар…

Башҡортостанда түләүле «Баулы – Күмертау» юлы һәм Салауатта «Битум – Технопарк» терминал-келәт комплексы федераль средстволар ярҙамында төҙөләсәк.
Ә Өфөнөң Менделеев урамында башланған тоннель төҙөлөшөнөң туҡтатылыуы ихтимал. Ошо хаҡта транспорт инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләренә ҡағылышлы кәңәшмәлә әйтелде. Сарала «Рәсәй автомобиль юлдары» дәүләт компанияһы» («Росавтодор») идараһы рәйесе Сергей Кельбах ҡатнашҡайны. Ул юл төҙөлөшө өлкәһендәге проекттар хаҡындағы мәғлүмәт менән танышты. Әйткәндәй, был проекттарҙы Федераль үҙәк ярҙамынан тыш тормошҡа ашырып булмаясаҡ.
БР Президенты һүҙҙәренсә, республика юл фондының әлеге средстволары автомобиль юлдарын төҙөк хәлдә тотоу өсөн тейешле нормативтың яртыһын да ҡапламай.
– 2015 йылға тиклем автомобиль юлдарын үҫтереү буйынса маҡсатлы программа ҡабул иттек, уны финанслау күләме – яҡынса 90 миллиард һум. Был ҙур һан, әммә ул аҡсаны табырға кәрәк, юғиһә юлдарҙың торошо насараясаҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Өҫтөнлөклө проекттар иҫәбендә Башҡортостан Президенты «Европа – Көнбайыш ҡытай» халыҡ-ара транспорт маршрутының бер өлөшө буласаҡ «Баулы – Күмертау» юлын төҙөүҙе атаны.
Федераль кимәлдәге автомагистраль булараҡ, Башҡортостан өсөн беренсе бындай класлы трасса республика юл селтәрендә төп юлдарҙың береһе буласаҡ.
Салауатта «Битум – Технопарк» терминал-келәт комплексын төҙөүгә лә «Росавтодор» башлығы ыңғай ҡарашта, сөнки компанияның инновацион блогы битумдың сифатына ла ҙур иғтибар бүлә.
Ә Өфөнөң Менделеев урамында тоннель һәм Өфө йылғаһы аша күпер төҙөүгә килгәндә, проектты тормошҡа ашырып булмаясаҡ: уны булдырыу техник йәһәттән үтә ауыр, етмәһә, ҡиммәткә төшә.
Рөстәм Хәмитов йыл аҙағынаса проект буйынса ҡарар ҡабул итергә ҡушты. Төбәк етәксеһе фекеренсә, йыл һайын төҙөлөп бөтмәгән объекттарға бер нисә йөҙ миллион һум аҡса йүнәлткәнсе, бәлки, проектты ысынында ла туҡтатырға кәрәктер.
Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөлә юғары тиҙлекле трамвайҙар һәм метробустар селтәрен үҫтереү, Ағиҙел йылғаһының Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге өлөшөндә суднолар йөрөшөн тергеҙеү буйынса проекттар тәҡдим ителде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға