«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



31.08.2012 Өс һөйләм менән

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһы мәҙәниәт министрҙарының Даими советының ХХХ ултырышы Өфөлә 6 − 8 сентябрҙә үтә. Ултырышта ТӨРКСОЙ ағзалары булған илдәр – Әзербайжан, ҡаҙағстан, ҡырғыҙстан, Үз­бәкстан, Төркиә, Төркмәнстандың мәҙәниәт министрҙары, шулай уҡ Алтай, Башҡортостан, Татарстан, Тыва, Саха-Якутия, Хакасия һәм Молдова вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Мәҙәниәт министрҙары халыҡ-ара ойошманың үткән осорға эшмәкәрлеге тураһындағы отчетын тикшереп, киләһе осорға эш программаһын раҫлаясаҡ.

Төбәктә VII «Башҡортос­тандың иң яҡшы китапханасыһы» республика конкурсының зона туры уҙа. Унда 54 китапхана ҡатнаша. Еңеүгә өлгәшеү өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре китапты киң йәмәғәтселеккә тәҡдим итеү буйынса инновацион проект әҙерләргә тейеш.

Республикала картуф йыйыу башланды. Уның уңышы гектарынан 100 центнерға тиклем тәшкил итә. Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 900 мең тоннаға тиклем картуф йыйып алырға планлаштыра.

2015 йылда ҡырмыҫҡалы районында гипсокартон етештереү буйынса завод сафҡа инәсәк. «Сен – Гобен» сит ил компанияһы гипс карьеры булдырыу өсөн 200 млн һум аҡса бүлгән дә инде. Инвестиция суммаһы 3,2 млрд һум тәшкил итә.

Кисә Башҡортостанға умартасылыҡ тармағын өйрәнеү өсөн Германия вәкиле Андерс Эркеленц килде. Белгес Архангел районында Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең умарталығын ҡараясаҡ һәм ҡорт инәләре һатып аласаҡ. Немецтарҙың иғтибарын беҙҙең бал ҡорттары һыуыҡҡа сыҙамлығы һәм төрлө сирҙәргә бирешмәүе менән йәлеп итә.

Волга буйы федераль округының «Йәш гвардиясы»лары бәлиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр һатыу факттарын асыҡлау һәм бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтатыу буйынса рейдтар үткәрә. «Берҙәм Рәсәйҙең «Йәш гвардияһы»ның Башҡортостан төбәк бүлексәһе бындай рейдтарҙы кисә Өфөлә ойошторҙо.
Әлеге көндә бәлиғ булма­ғандар­ға алкоголле эсемлектәр һатҡан кешеләргә ҡатыраҡ яза биреү буйынса федераль кимәлдә һөйләшеүҙәр алып барыла.

З. ЙӘҺҮҘИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға