«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Уҡыу йылын нисек ҡаршылайбыҙ?



31.08.2012 Уҡыу йылын нисек ҡаршылайбыҙ?

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф системаһының 2012 – 2013 уҡыу йылына әҙерлеге мәсьәләләре буйынса Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев етәкселегендәге селектор видеоконференцияһында ҡатнашты.
РФ Премьер-министры белдереүенсә, быйыл төбәктәргә мәғарифты модернизациялау маҡсатында 60 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сумма, дөйөм алғанда, 35 мең мәктәпкә капиталь ремонт яһарға мөмкинлек биргән. Беренсе сентябргә иһә 63 яңы мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ.
«Белем биреү системаһын яңыртыуҙың төп маҡсаты – йәш быуындың ижади һәм интеллектуаль йәһәттән өҙлөкһөҙ үҫешенә шарттар булдырыу. Был бурысты комплекслы хәл итеү мөһим – мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларынан университет тамамлағансы», – тигән фекерен еткерҙе Дмитрий Медведев.
Һүҙ, әлбиттә, балалар баҡсаларына ҡағылмай ҡалманы. Киләһе өс йылда ил төбәктәрендәге балалар баҡсаларында барлығы 590 мең өҫтәмә урын булдырыу күҙаллана. Унан һуң өс йәшкә тиклемге балаларҙы урынлаштырыу буйынса сиратты ҡыҫҡартыуға тотонасаҡтар.
Ағымдағы йылда урта мәктәп уҡытыусыларының хеҙмәт хаҡы үткән йылдыҡына ҡарағанда уртаса алты мең һумға артҡан, артабан уны төбәктәге уртаса эш хаҡына тигеҙләргә ниәтләйҙәр.
Яңы уҡыу йылы башына Башҡортостанда 3800 мәғариф учреждениеһы һанала. Уларҙа 884 мең кеше белем һәм тәрбиә ала, 166 меңдән ашыу педагог эшләй. Беренсе сентябргә дүрт яңы мәктәп асылһа, йәнә лә бишәүһе йыл дауамында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай уҡ быйыл 50 балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланған.
Интернет селтәренә тоташыу, белем алыуҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса күп эш башҡарылған. БР Президенты ошо һәм башҡа эштәр тураһында мәғлүмәт бирҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға