27.07.2012 Үҙенсәлекле табыш
Баймаҡ районында һуңғы бронза дәүеренә ҡараған ҡәберлек табылған. Семеновское ауылы янындағы ҡурғанда 20-ләп ҡәбер, башлыса, балалар ҡәберҙәре булыуы асыҡланған.
Тарих фәндәре кандидаты Илшат Бахшиев әйтеүенсә, һөлдәләрҙең башы төньяҡҡа ҡаратып һалынған, балсыҡ көршәктәр ҙә ҡуйылған. Улар ошонда борон йәшәгән күрше халыҡтарҙың мәҙәни бәйләнешен дәлилләй. Табыш араһында үлән менән туҡланыусы билдәһеҙ хайуандың аҙау тештәренән яһалған бетеү ҙә бар.
Шуныһы ҡыҙыҡ – бер ҡәберҙә ике кешенең һөлдәһе “ғашиҡтар позаһы”нда ята.