27.07.2012 Куба Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына
Башҡортостанға Куба Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Хуан Вальдес Фигероа килеп китте.
Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа ике республика араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу, тауарҙар әйләнешен арттырыу, шулай уҡ гуманитар өлкәлә үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Әлегә Куба менән Башҡортостан араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр ныҡлап үҫешмәгән. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса тышҡы сауҙа әйләнеше 7,5 мең доллар тәшкил иткән.
Һөйләшеү барышында нефть эшкәртеү, нефть химияһы, ауыл хужалығы, ағас эшкәртеү, туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү йүнәлештәре билдәләнде. Республика медицина хеҙмәткәрҙәренең Кубалағы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында стажировка үтеүе буйынса программа булдырыу мөмкинлектәре хаҡында ла һүҙ алып барылды.
Хуан Вальдес Фигероа билдәләүенсә, бөгөн Куба Рәсәй менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте нығыта һәм Башҡортостан менән бәйләнештәр был хеҙмәттәшлектең мөһим бер өлөшө буласаҡ.
“Азатлыҡ утрауы” дипломаты Президентҡа Башҡортостанда уҡып ҡайтҡан Хайме Лопес Гарсиянан бүләк тапшырҙы. Сувенир ат яһаған элекке студент, үҙ эшендә, Фигероа әфәнде әйтеүенсә, башҡорт рухын да күрһәтергә тырышҡан, Башҡортостанда йәшәгән йылдарын бик һағыныуын белдергән.