31.07.2012 Ҡоролоҡ эҙемтәләре барлана
Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Ғафури, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Стәрлебаш райондарында булып, ураҡ барышы менән танышты.
Президент Яңғыҙҡайын ауылында Ленин исемендәге колхоз баҫыуҙарына туҡталды, артабан Иҡтисад ауылының “Шишмә” предприятиеһы, ”Рощинский” ДУАП-ы, Иҫке ҡалҡаштағы Ленин исемендәге АХК, Ибраҡайҙа ”Заря” йәмғиәте, ”Ергән МТС-ы”ның Ишембай бүлексәһендә, Явнов исемендәге хужалыҡта булды.
Быйыл ҡоролоҡ республикала ярайһы ғына зыян килтерҙе. Рөстәм Хәмитов та әлеге райондарҙағы юғалтыуҙар күләме менән ҡыҙыҡһынды. Күп кенә баҫыуҙарҙа хатта урып-йыйыр иген бөтөнләй юҡ – башаҡтар буш һәм үҫмәгән. Ә ураҡ барған майҙандарҙа ла гектар ҡеүәте былтырғыға ҡарағанда түбәнерәк.
Президент булған хужалыҡтарҙа үткән йылғы уңыштан иген һәм орлоҡ запасы бар. ҡайһы бер ауыл хужалығы предприятиелары сәсеүлектәрен страховкалаған да, зыян ҡапланыуға өмөт итәләр.
– ҡоролоҡҡа бәйле хәл-торошто яйлау яғын ҡарарбыҙ, страховка компаниялары менән эшләрбеҙ, айырыуса зыян күргән райондарға федераль фондтан иген бүлеү мәсьәләһе буйынса ла һөйләшербеҙ, – тине Президент.