31.07.2012 Халыҡтың үтенесен аңлау мөһим
«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллинға Шишмә ауылында 20-нән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. Һорау-үтенестең байтағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә ҡағыла ине.
Мәҫәлән, Йәштәр урамындағы барак тибындағы йорттарҙа йәшәүсе кешеләр иҫке йорттан күсереү мәсьәләһен ҡуҙғатты. Уларҙа һыу ҙа, йылы ла юҡ. ҡасандыр был йорттар төҙөлөш-монтажлау тресы хеҙмәткәрҙәре өсөн ваҡытлыса йәшәү урыны булараҡ төҙөлгән. Предприятие бөтөрөлгәс, йорттар муниципаль милеккә күскән.
Район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Камил Уразмәтов аңлатыуынса, бөгөн районда иҫке йорттарҙы емереү буйынса 2013 йылға тиклем иҫәпләнгән программа бойомға ашырыла, унда 2010 йылда уҡ йәшәүгә яраҡлы булмаған тип билдәләнгән йорттар ингән. Был программа дауам ителәсәк һәм район хакимиәте уға Йәштәр урамындағы йорттарҙы ла индерергә тырышасаҡ. Әле Шишмә районында ошондай 88 йорт иҫәпләнә, уларҙа бер мең тирәһе кеше йәшәй.
Шишмә ауылында йәшәүсе йәнә бер ҡатын ауылда һыу булмауына зарланды. Һыу бик яй аҡҡанға күрә өҫкө ҡатта йәшәүселәргә ул бөтөнләй барып етмәй.
«Шишмә-һыу» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Олег Ғәйнуллин аңлатыуынса, Шишмәлә яңы һыу үткәргес төҙөлә. Ул ауыл халҡын һыу менән тулыһынса тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.
Осрашыуҙа шулай уҡ пай ерҙәрен алыу, күп ҡатлы йорттарҙың ихаталарын төҙөкләндереү, яңы поликлиника төҙөүгә бәйле мәсьәләләр күтәрелде.
Шишмә ауылында йәшәүсе Хәлит Ғайсин төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһенә үҙенең туған телдәрҙе үҫтереү программаһы проектын тапшырҙы. Раил Әсәҙуллин уны республиканың Мәғариф министрлығы етәкселегенә күрһәтергә һүҙ бирҙе.