28.09.2010 Дүртөйлө районы хакимиәтендә – яңы башлыҡ
24 сентябрҙә Дүртөйлө районы муниципаль район советы ултырышында муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Хәйруллин Ринат Мәсғүт улы тәғәйенләнде.
Ринат Хәйруллин 1958 йылда Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында тыуған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын һәм Урал социаль-сәйәси институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Дүртөйлө районы «Шишмә» колхозының машина-трактор оҫтаханаһы мөдире булып башлай.
1983 – 1989 йылдарҙа – «Маяҡ» колхозының баш инженеры, КПСС-тың Дүртөйлө райкомы инструкторы, Дүртөйлө районы БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозының партком секретары.
1989 – 1991 йылдарҙа – Свердловск Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.
1991 – 1994 йылдарҙа – Дүртөйлө ҡалаһында төҙөлгән инженер һағы дирекцияһы начальнигы, Дүртөйлө райсоветы башҡарма комитеты бүлегендә төп белгес, Дүртөйлө ҡала һәм район хакимиәтенең милек менән идара итеү комитеты рәйесе.
1994 – 2008 йылдарҙа – Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары – хакимиәттең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.
2008 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Дүртөйлө районының «Вәлиевтың тоҡомсолоҡ заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры булып эшләй.