31.07.2012 Булғас, барыһы ла ишетерлек булһын!
26 июлдә республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында иҫкәртеүсе элекр сиреналарына тикшереү үткәрҙеләр. Башҡортостанда бөтәһе 380 сирена бар, сигнал ишетелергә тейешле зонаға инмәгән урындарҙа махсус йыһазландырылған машиналар йөрөп сыҡҡан.
Тик иҫкәртеү сигналдарын республикала йәшәүсе бөтә кешеләр ҙә ишетмәгән шул. Мәҫәлән, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһе кеүек яңыраҡ микрорайондарында электр сиреналары ҡуйылмаған. Баш ҡалала бөтәһе йөҙҙән ашыу сигнал бар, тик бөтә территорияны ҡаплап алыу өсөн тағы ла утыҙлаған ҡорамал кәрәк. Райондарҙа ла проблемалы урындар табыла.