«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



31.07.2012 Донъя яңылыҡтары

Поезд янған
Кисә Һиндостанда пассажир поезы янып киткән.
Әлегә янғындың нимәнән килеп сығыуы билдәһеҙ, әммә бер ниндәй ҙә террор тураһында һүҙ бармай. Ялҡынды тиҙ генә һүндерә лә алмағандар, сөнки һәләкәт ваҡытында поезд кешеләр йәшәгән урындан алыҫ булған.
Поезд хәрәкәт иткән ваҡытта ҡапыл сыҡҡан янғын күҙ асып йомғансы 47 кешенең ғүмерен өҙгән. Шулай уҡ тәндәре бешеп, дауаханаларға эләгеүселәр ҙә 30-ға яҡын.

Ниһайәт!

Кисә Рәсәйҙә “ҡара исемлек”кә индерелергә тейешле интернет-сайттар тураһындағы закон көсөнә инде.
Яңы нормалар буйынса, балалар порнографияһын, наркотиктар әҙерләү, үҙ-үҙеңде үлтереү өсөн инструкциялар тәҡдим итеүсе ресурстар ябыласаҡ. Бындай сайттар асыҡланған хәлдә, суд булғанға тиклем үк ваҡытлыса ябылып торасаҡ. Насар мәғлүмәт туплаған сайттарҙы тулыһынса ябыу тураһындағы ҡарарҙы суд ҡына сығара.

Яуап та бирә белһендәр

“Pussy Riot” панк-төркөмө ҡыҙҙары диндарҙар алдында ғәфү үтенде.
Билдәле булыуынса, был төркөм вәкилдәре ҡулға алынған һәм кисә уларға ҡарата суд башланды. Был эш процесы бик күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, шуға ла суд бинаһында һаҡты көсәйткәндәр.
Үҙҙәре әйтеүенсә, панк жанрында, әхлаҡҡа һыймаған һүҙҙәр ярҙамында доға уҡыған булып ҡыланған ваҡытта улар шаярырға ғына теләгән. Шулай уҡ ҡыҙҙар диндарҙарҙан көлөргә йыйынмауын да хәбәр иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – әле суд залында ултырған ҡыҙҙар 21 февралдә, битлек кейеп, изге ҡорамға үтеп ингән һәм тауышты көсәйтеүсе ҡорамалдар ярҙамында, һүгенеү һүҙҙәрен дә ҡулланып, мәғәнәһеҙ йырҙар башҡарған. Үҙҙәрен тәүҙә бик йүгәнһеҙ тотҡан ҡыҙҙар ҡылыҡтары өсөн ғәфү үтенә һәм хатаһын таный.

Кеше ғүмере нисә һум?

Бөтә Европа тән ағзаларын күсереп ултыртыу исемлеге менән һатыу иткән Германия табиптары тураһында һөйләй.
Асыҡланыуынса, Германияның иң ҙур клиникаларының береһендә табиптар трансплантация өсөн сиратҡа беренсе итеп ришүәт биргән кешеләрҙе ҡуйған.
Аҡса биргән кешеләргә тән ағзаларын тиҙерәк күсереп ултыртыу маҡсатында клиникала ялған анализдар, “ауырыу тарихтары” эшләгәндәр. Һөҙөмтәлә йылдар буйы ниндәй ҙә булһа тән ағзаһын көткән кешеләр, сиратын еткерә алмайынса, һәләк булған.
Билдәле булыуынса, Герма­нияла ноябрҙән һәр кемгә донор таныҡлығы биреләсәк. Унда кеше үлгәндән һуң тән ағзаларын трансплантация өсөн файҙала­ныр­ға бирергә ризамы-юҡмы икәнлеген күрһәтергә тейеш.
Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға