«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



24.07.2012 Өс һөйләм менән

Башҡортостанда 428 мең тонна бесән (планға ҡарата 59 процент), 1 миллион тонна сенаж (45 процент) әҙерләнгән. Уртаса һәр мал башына 10 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ, Ғафури, Йылайыр, Ишембай, ҡариҙел, ҡыйғы, Салауат райондарында мал аҙығы әҙерләү буйынса көсөргәнешле хәл күҙәтелә – һәр мал башына 2,7 – 8,7 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған.

Наркотиктар­ҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағымдағы йылда республикала 106 килограмм наркотик матдә тартып алынған. Ошо өлкәлә бөтәһе 884 енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың 624-е ауыр һәм үтә ауыр категорияһына инә, 460-ы наркотиктар менән сауҙа итеүгә бәйле. Ә республика буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәр менән көрәшеү идаралығы хеҙмәткәр­ҙәре әйләнештән ошо көндәрҙә үткән махсус операция барышында 60 тоннанан ашыу контрафакт спирт тартып алған.

Изге Рамаҙан айы башында Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡ. Мо­ра­тов урамында “Мөхәмәт­сәлим” мәсетенә нигеҙ һалынды. Изге йорт бер юлы 250 кешене һыйҙыра аласаҡ, унда ике зал буласаҡ. Киләһе йылда унда аҙан һәм доғалар яңғырай башлаясаҡ, ә киләсәктә мәҙрәсә һәм пансионат асыу күҙаллана.

Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте ҡарары менән “2013 – 2018 йылдарҙа Баш­ҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһы раҫланды. Был документ Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы менән берлектә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан әҙерләнгән. Программа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса стратегик йүнәлештәрҙе билдәләй.

Башҡортостан Хөкүмәте республика мәктәптәрен янғын хәүефһеҙлеге саралары менән тәьмин итеүгә субсидия ҡағи­ҙәһен раҫланы. Федераль ҡаҙнанан биреләсәк субсидияны бүлеү менән БР Мәғариф министрлығы шөғөлләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта муниципалитеттар мәктәптәр­ҙе ремонтлауҙың дөйөм сығымының 50 процентын үҙ өҫтөнә алыр­ға тейеш.

Рәсәйҙең автохужалар федерацияһының Башҡортос­тандағы төбәк-ара вәкиллеге Өфө юлдарын тикшерә башланы. Улар юлдағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлаясаҡ, шулай уҡ светофор­ҙарҙың һәм юл билдәләренең урынлы-урынһыҙ булыуына иғтибар бирәсәк. Был рейдта ЮХХДИ хеҙмәткәр­ҙәре лә ҡатнашасаҡ, улар тәртип боҙоусыларға урында уҡ акт төҙөйәсәк.

Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға