24.07.2012 Бер фажиғә эҙенән
Гәзиттең үткән һанында Татарстан мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Илдус Фәйезовтың машинаһын шартлатыуҙары, уның урынбаҫары Вәлиулла Яҡуповты атып үлтереүҙәре хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Был фажиғәне теракт тип нарыҡлап, хәҙер ентекле тикшереү бара. Республиканың юғары дин әһелдәренә һөжүмдең төп фаразы – уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Илдус Фәйезов та, Вәлиулла Яҡупов та Татарстанда радикал йүнәлештәге исламға ҡаршы торған.
Татарстан буйынса Тәфтиш идаралығынан әйтеүҙәренсә, әле дүрт шикле кеше ҡулға алынған. Улар араһында «Иҙел-Хаж» компанияһының директорҙар советы рәйесе лә бар. Мөфтөй был ойошма етәкселеге менән конфликтта булған, тигән фекер бар. Диниә назараты хажға барыуҙы ойошторған компанияның эшен күҙәтеү аҫтына алыу тураһында хәбәр иткән. Бының бер нисә сәбәбе лә булған, йәғни назарат «Иҙел-Хаж»ды Мәккә, Мәҙинәгә юл тотоусы мосолмандарға арзаныраҡ турҙарҙы ҡиммәтләтеп һатыуҙа ғәйепләгән.
Шул уҡ ваҡытта ҡулға алыныусыларҙың бер нисәһен дин тотоусы булараҡ белгән «Рәсәй мосолман ҡатын-ҡыҙҙары берлеге» рәйесе Наилә Йыһаншина уларҙың изге ай алдынан енәйәт ҡылыуына ышанмауы тураһында еткергән.
Нисек кенә булмаһын, ауыр һәм ҡот осҡос енәйәт ҡылынған, фажиғә тураһында виртуаль донъяның да барлыҡ сығанаҡтары тиерлек бәйән итә, тикшереүҙәр бара.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та, Вәлиулла хәҙрәт Яҡуповтың һәләк булыуы сәбәпле, уның туғандарының һәм яҡындарының, Татарстан мосолмандарының ҡайғыһын уртаҡлашып, Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңнехановҡа телеграмма ебәрҙе.
«Ул дини һәм тарихи хеҙмәттәр авторы, әүҙем публицист һәм ислам динен популярлаштырыусы, экстремизмға ҡаршы көрәшеүсе булды. Вәлиулла хәҙрәт конфессия-ара диалогты, дәүләт һәм дини ойошмаларҙың үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүен нығытыуға ҙур өлөш индерҙе. Был ҡурҡыныс афәт тураһындағы яңылыҡ республика халҡының йөрәктәрендә ҡайғылы ауаз тапты. Изгелек һәм ғәҙеллек идеалдары менән йәшәгән яҡташыбыҙ, дини эшмәкәр, гуманист, йәштәрҙең остазы һәләк булды. Уның хаҡында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ», – тиелә телеграммала.