«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үҙебеҙҙекен һатып ал



24.07.2012 Үҙебеҙҙекен һатып ал

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дүртөйлө районына сәфәре барышында Мәҫкәү ауылындағы аҙыҡ-түлек магазинына ла инде. Тауар төрлөлөгө менән танышҡандан һуң республика башлығы урындағы продукцияға өҫтөнлөк биреүе хаҡында белдерҙе. Үҙебеҙҙә етештерелгәнде һатыу, һис шикһеҙ, артырға тейеш.
«Үҙеңдекен һайла – тыуған яҡтыҡын һатып ал!» тигән саҡырыуҙы ла Президент юҡҡа ғына таратырға тырышмай.
– Бындай аҙыҡ-түлектең сифаты ла юғары, мин Башҡортостанда етештерелгән продукция өсөн борсолмайым. Йыш ҡына ситтән индерелгән тауар сифатһыҙ була. Бында тикшереү органдарының эшмәкәрлеге сағыла. Бер нисә көн элек үткән Дәүләт Советы ултырышында ла ошо хаҡта һүҙ барҙы.
Ысынлап та, үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡ сифатлыраҡ. Беҙгә тап шундайҙар кәрәк, – тине журналистар менән осрашҡанда республика етәксеһе.
Тимәк, үрҙәге лозунг Башҡортостандың һәр төбәгендәге һатыу нөктәләрендә лә эшләргә тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға