20.07.2012 Социаль туризм ҡыҙыҡһындырһа…
Башҡортостанда социаль туризм буйынса интернет-портал асылды. Хәҙер интернет менән ҡулланыусы һәр кем социаль путевкалар тураһында тулы мәғлүмәт таба ала. Бында турҙар, барыу-урынлашыу ваҡыты тураһында белергә, туроператорға һәм башҡарма власть органдарына теләктәр һәм тәҡдимдәр ебәрергә була.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл аҙағынаса «Башҡортостан Республикаһында социаль туризмды үҫтереү» ярҙамсы программаһында бөтә республиканан алты меңгә яҡын пенсионер һәм инвалидтың ҡатнашыуы көтөлә. Ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан туроператорҙар фирмалар тураһында мәғлүмәт урынлаштыра, онлайн режимда муниципаль берәмектәрҙән килгән заявкаларға күҙәтеү яһай, пенсионерҙар һәм инвалидтарҙан килгән заявкаларға ваҡытында яуап бирә ала. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының территориаль органдары хеҙмәткәрҙәре лә пенсионерҙарҙан заявкалар тултырттырып, уларҙы шунда уҡ туроператорҙарға ебәрә ала.
Башҡортостанда былтыр старт алған социаль туризмды үҫтереү буйынса программа халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Портал да (адресы – соцтуризмрб.рф) нәҡ шуны күҙ уңында тотоп эшләнде.