«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



20.07.2012 Өс һөйләм менән

Бүздәк районында янғын арҡаһында йортһоҙ ҡалған 14 ғаилә фатирлы булды. Ошо көндәр­ҙә уларға тантаналы шарттарҙа асҡыстар тапшырылды. Яңы йорттар республика Прези­денты Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса ике ай ярым эсендә төҙөлдө.

Рәсәй философтарының етенсе конгресы 2015 йылда Өфөлә үтәсәк. Бындай ҡарар Түбәнге Новгородта тамамланған алтынсы Рәсәй философтары конгресында ҡабул ителгән. Унда Башҡортостан үҙен лайыҡлы күрһәткән – конгресс материалдарында 90 авторҙың эше тәҡдим ителгән, форум эшендә 30 кеше ҡатнашҡан, конгрестың төп секцияларында беҙҙән дүрт етәксе булған – БДУ профессорҙары Александр Кудряшов, Аркадий Лукьянов, Ғәфүр Сәлихов, Сергей Семенов.

Ауырғазы районының Бишҡайын ауылында «Туслах» профилле лингвистик сыуаш лагеры үҙ эшен тамамланы. 25 бала ике аҙна дауамында сыуаш халҡының йолалары менән танышты, йырҙарын һәм бейеүҙәрен өйрәнде. Лагерь 2005 йылдан эшләй.

Йыл башынан Башҡор­тостанда 42 әсә яңы тыуған сабыйынан баш тартҡан (былтыр – 50 бала). Кәкүк-әсәләрҙең күбеһенә 18 – 25 йәш, уларҙың 21-е ауылда йәшәй. ҡатын-ҡыҙҙар ауыр тормошҡа, эш юҡлығына, терәктәре булмауына һылтанған.

Йыл башынан Башҡор­тостанда бер һыйырҙан уртаса 2221 кг һөт һауып алынған, был былтырғыға ҡарағанда 268 кило­грам­ға күберәк, уртаса көндәлек һауым 13,1 кг тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Мәләүез (17,3 кг), Стәрлетамаҡ, Саҡмағош (16,8 кг) һәм Ауырғазы (16,5 кг) райондары тәүге урындарҙы биләй. Респуб­ликала тулайым һауым 979021 тонна һөт тәшкил итә, 388852 тонна һыйыр ағы эшкәртелгән.

23 июлдә көндөҙгө сәғәт 5-тә «Балалар хыялының оазисы» студияһында тәрбиәләнеүсе үҫмер­ҙәр төшөргән «STAR» («Йондоҙ») фильмы премьераһы Өфө ҡалаһының «Родина» кинотеатрында буласаҡ, инеү бушлай. Кинематографик әҫәрҙең сюжеты түбәндәгесә: курортҡа рэп «йондоҙ»о килә һәм бәхетһеҙлеккә осрай, көтмәгәндә уны ҡотҡаралар. Изге хистәрҙе, кешелеклелекте пропагандалаған картина Болгарияла төшөрөлгән, ул инглиз телендә бара.
Г. БИКМӘТОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға