«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡышты тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ



28.09.2010 Ҡышты тулы әҙерлектә ҡаршылайбыҙ

Хөкүмәт ултырышында республика министрлыҡтары һәм муниципаль райондар башлыҡтары республика башлығы Рөстәм Хәмитовҡа торлаҡ-коммуналь, энергетика хужалыҡтары һәм социаль өлкә объекттарының ҡышҡы шарттарҙа эшләргә әҙерлеге тураһында еткерҙе.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин, торлаҡ-коммуналь, энергетика хужалыҡтарын йылытыу миҙгеленә әҙерләү буйынса бөтә саралар ҙа тулыһынса башҡарылды, тип белдерҙе. Был сараларға 6,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
Ултырышта федераль программа сараларын бойомға ашырыу сроктарының үтәлешенә йомғаҡ яһалды.
БР мәғариф министры З. Аллаяров һәм һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары З. Мортазин мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының ҡышҡа тулыһынса әҙер булыуын белдерҙе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға