«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ауыл хужалығының артабанғы үҫешенә өмөт бар



17.07.2012 Ауыл хужалығының артабанғы үҫешенә өмөт бар

Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүе менән Ауыл хужалығын үҫтереү буйынса дәүләт программаһында ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеүҙең яңы йүнәлештәре билдәләнгән.
Улар араһында ерҙәрҙең уңдырышлылығын тергеҙеүгә йүнәлтелгән саралар ҙа бар. Субсидиялар күләмен бер гектар майҙанға төрлө параметрҙар буйынса иҫәпләп сығарыл­ған ставка буйынса билдәләйәсәктәр. 2013 йылда был маҡсатҡа 20 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла, шул иҫәптән федераль бюджеттан – 15,2 млрд, Рәсәй субъекттары бюджеттары средстволарынан 5,3 млрд һум бүленәсәк. Әйткәндәй, федераль аграр ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, был ярҙам һөҙөмтәле етештереүселәргә генә ҡағыласаҡ. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы әле ошо субсидияларҙы биреү механизмы өҫтөндә эшләй. Башҡортостандың был аҡсаны аласағына тулыһынса ышаныс бар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға