«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Машинағыҙ тәҙрәләрен артыҡ ҡараңғылатмағыҙ



28.09.2010 Машинағыҙ тәҙрәләрен артыҡ ҡараңғылатмағыҙ

Автомобиленең алғы быялаһын артыҡ ҡарайтыусыларға штраф һалынасаҡ. Штрафтың суммаһы – 500 һум. Алғы быяланың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
РФ Административ кодексының 12,5-се статьяһына индерелгән үҙгәртеү үҙ көсөнә инде. Техник регламентҡа ярашлы, алғы ишек­тәрҙәге быялаларҙың яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге – 70 проценттан, автомобилдең башҡа тәҙрәләренеке 60 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.
Бынан тыш, йылылыҡ йотоусы алғы быялалар аҡ, һары, ҡыҙыл, йәшел һәм күк төҫтәрҙе боҙоп күрһәтергә тейеш түгел. Был күрһәткестәрҙең барыһы ла техник тикшереү үткәндә махсус приборҙар ярҙамында билдәләнәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға