«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



17.08.2010 Өс һөйләм менән

Өфөнөң Октябрь районының Нуғай ауылында 147-се мәктәптә тренажер-гимнастика комплексы булған универсаль спорт майҙансығы асылды. Майҙансыҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлгән һәм был эшкә ҡала бюджетынан 2,8 миллион һум аҡса бүленгән. Майҙандың йомшаҡ синтетик япмаһы һауа температураһының үҙгәреүенә, дымға бирешмәй, ә, иң мөһиме, спортсылар йәрәхәтләнмәйәсәк.

Мордовия интернаттарында тәрбиәләнеүсе 131 бала «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» федераль дәүләт унитар пред­приятие­һының ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерында ял итеп, сәләмәтлеген нығытасаҡ, алдағы уҡыу йылына көс туплаясаҡ. Янғын хәүефе арҡаһында төбәктә уларҙы эвакуациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Балаларыбыҙҙы ҡабул иткән төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа, беҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ти Мордовия Республикаһы мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Каргина.

Республика балалар клиник дауаханаһында хроник бөйөр сиренән яфаланыусы бәләкәй пациенттар өсөн диалез үҙәге асылды. Ул «Беҙ бергә» балаларға ярҙам һәм уларҙы һаҡлау фонды проекты буйынса «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ҡатнашлығында ойошторола. Үҙәктә Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан балалар дауалана.

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы махсус хәйриә фондына 1,5 миллион һум аҡса күсерергә булды. Ул аҡса янғындан зыян күреүселәргә йүнәлтеләсәк. Был ҡарар команданың күҙәтеү советы, тренерҙар штабы һәм уйынсылар тарафынан ҡабул ителде.

«Мәк» операцияһының I этабы барышында республиканың наркополицейскийҙары МВД, ФСБ һәм МЧС хеҙмәткәрҙәре ярҙамында 100 тоннанан ашыу мәк һәм киндер үҫентеләрен юҡ иткән. Белгестәр фекеренсә, уларҙан 10 мең дозанан ашыуыраҡ наркотик әҙерләргә мөмкин булыр ине. Үләндәрҙән тыш, наркополицейскийҙар 82 килограмм наркотикты тартып алып юҡ иткән.

18 августа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының күргәҙмә залында Рифғәт Арыҫлановтың «Башҡорт сюитаһы» ижади проекты презентацияланасаҡ. Автор быйыл Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Уның «Башҡорт сюитаһы» башҡорт халҡының күп яҡлы мәҙәниәтен сағылдыра, уға 21 әҫәр ингән.


Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы Ирина Сапожникова Истанбул ҡалаһында үткән балет артистарының халыҡ-ара конкурсында икенсе урынды яуланы. Икенсе тапҡыр үткән сарала Франциянан, Германиянан, Че­хиянан, Япониянан, ҡытайҙан, Американан, Болгариянан, ҡа­ҙағстандан, Төркиәнән ҡатнашыусылар булған. Өфө балеринаһының конкурс программаһына, абруйлы классика әҫәрҙәренән тыш, хореограф Ринат Әбүшаһмановтың ике эше ингән.

Р. МӘХИЙӘНОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға