17.07.2012 Ситтән килеүселәр арта
Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының алты айҙағы эшмәкәрлек йомғаҡтарына арналған кәңәшмәлә ведомство етәксеһе Борис Ғөзәйеров билдәләүенсә, ошо осорҙа уларға 800 меңдән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән, 51 меңдән ашыу сит ил гражданы иҫәпкә алынған. Уҙған йылдағы күрһәткестән был 5 процентҡа күберәк.
Башҡортостанға сит ил граждандары ағымының артыуы төбәктә эш булыуына бәйләнгән. Иң күп мигранттар Өфөгә, Туймазыға, Иглин һәм Шишмә райондарына килгән. 1 июлгә ҡарата алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала 43 меңдән ашыу сит ил гражданы теркәлгән. Беҙҙең төбәкте күберәк Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан граждандары үҙ итә. Сит илдәр араһында Төркиә һәм Вьетнам беренсе килә.